Эяла
Эяла, эялла, ияла (Моря́нка) (лат. Clangula hyemalis) — Аллаһы Тәғәләгә зикер әйтеүсе өйрәк.
Ҡылыҡһырлама
Һуна өйрәктән бәләкәйерәк. Парлашып һәм күмәкләшеп йәшәйҙәр. Ата ҡоштоң икегә айырылып торған ҡара ҡойроғо нәҙек оҙон. Башы, муйыны, түше, арҡаһы һәм ҡанаттары тигеҙ көрәнһыу ҡара. Күҙҙәренең тирәһе, ҡабырғалары һәм ҡорһағы аҡ. Ҡылғойроҡтан башлыса ҡара һәм аҡ төҫтә булыуы менән айырыла.
Йәшәү рәүеше
Тайганың төньяҡ сигендә, тундрала йәшәй, һыу үҫемлектәре һәм бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. һирәк осрай. Беҙҙә яҙлы-көҙлө үтеп барышлай ғына туҡтап китәләр. Беҙҙең яҡта ояламай. Ите өсөн аулайҙар.
Рәсемдәр
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.