Юныс үҙәге

Юныс үҙәге (Yunus Centre) — Даккала (Бангладеш) урынлашҡан аналитик үҙәк. 2006 йылда Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаты Мөхәммәт Юныс тарафынан фәҡирлекте кәметеү өлкәһендә социальэшҡыуарлыҡ менән бәйле проблемаларҙы хәл итеү, шулай уҡ профессор Юныстың идеяларын таратыу маҡсатында ойошторола. Үҙәктең башҡарма директоры — Ламия Моршед[1][2][3].

undefined

Тарихы

2006 йылда Мөхәммәт Юныс һәм уның «Grameen Bankы» Нобелдең тыныслыҡ премияһына лайыҡ булғас, профессорҙың шәхси офисы асыла («Юныстың секретариаты»). Ул Юныстың идеяларын һәм бизнес-философияһын тарата, социаль эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәр өсөн универсаль мәғлүмәт майҙансығына әүерелә. 2008 йылдың июлендә «Юныс секретариаты» рәсми рәүештә Юныс үҙәге тип атала башлай[1]. 2009 йылдың ғинуарында Юныс үҙәге һәм «CR» немец консалтинг компанияһы «Grameen Creative Lab»ты нигеҙләй[4].

Бурыстар һәм проекттар

Юныс үҙәге Мең йыллыҡтың үҫеш маҡсаттары сиктәрендә яңы социаль проекттарҙы үҫтерә, яңы социаль стартаптарға ярҙам итә, партнёрҙар таба һәм социаль эшҡыуарлыҡтың ниндәй ҙә булһа бер өлкәһендәге уртаҡ фекерле кешеләрҙе берләштерә. Үҙәк шулай уҡ квартал һайын социаль бизнес өлкәһендәге яңы эшкәртмәләр тураһында белешмә бюллетене сығара, һәр кем ала алырлыҡ сифатлы тауарҙар һәм хеҙмәттәр тураһында фәҡирлектә йәшәгәндәрҙе мөмкин тиклем киңерәк мәғлүм итеү сараһын күрә. Юныс үҙәге һәм «Grameen Healthcare Trust» булышлығы менән Бангладешта социаль эшҡыуарлыҡҡа BASF, Danone[5][6][7][8], Intel[9] һәм Veolia кеүек халыҡ-ара корпорациялар инвестициялар һала[10].

2009 йылда Юныс үҙәге менән «Grameen Creative Lab» Социаль бизнестың глобаль саммитын ойошторҙо. 2014 йылда Юныс үҙәге «Яңы эшҡыуарлыҡ проекты» аша 385 төрлө проектты финансланы.

Гарвард университеты, Боккони университеты, Флоренция университеты, Макгилл университеты, Каледония университеты, Салфорд университеты (Ҙур Манчестер) һәм Азия технологик институты (Патхумтхани) менән хеҙмәттәшлектә Юныс үҙәге социаль эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәренә өйрәтеү өсөн уҡыу әсбаптары эшләй.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 The Yunus Centre (ингл.). To Catch A Dollar: Muhammad Yunus Banks on America. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2015. 2015 йылдың 10 октябрь көнөндә архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «autogenerated1» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән
  2. About Us (ингл.). YunusCentre. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2015. 2015 йылдың 15 апрель көнөндә архивланған.
  3. Интервью - Мухаммад Юнус, лауреат Нобелевской премии мира. Ведомости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2015.
  4. History of The Grameen Creative Lab (ингл.). Grameen Creative Lab. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2015. 2015 йылдың 18 апрель көнөндә архивланған.
  5. Social Business - a new business idea from Bangladesh (ингл.). German Embassy Dhaka. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2015. 2016 йылдың 5 декабрь көнөндә архивланған.
  6. BASF invests in Social Business in Bangladesh (ингл.). German Embassy Dhaka. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2015. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  7. BASF Grameen (ингл.). YunusCentre. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2015. 2015 йылдың 8 апрель көнөндә архивланған.
  8. Grameen Danone (ингл.). YunusCentre. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2015. 2015 йылдың 8 апрель көнөндә архивланған.
  9. Grameen Intel (ингл.). YunusCentre. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2015. 2015 йылдың 16 апрель көнөндә архивланған.
  10. Grameen Veolia (ингл.). YunusCentre. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2015. 2015 йылдың 7 апрель көнөндә архивланған.

Һылтанмалар