Юханна Хагстрём

Юханна Хагстрем (рус. Юха́нна Ха́гстрём;швед. Johanna Hagström; 1998 йылдың 27 марты, Фальчёпинг[d], Вестра-Гёталанд[d]) — швед саңғысыһы, спринтерҙар ярышы менән шөғөлләнеүсе.

Карьераһы

Юханна Хагстрём 2016 йылдағы үҫмерҙәр Олимпия уйындарында Швеция саңғы спортсылары командаһы составына инә, кросста ул икенсе була[1] һәм спринтер ярышында еңеү яулай[2]. Швед спортсыһы Юханна Хагстрем 2018 йылдың юниорҙар араһындағы донъя чемпионатында 4×3,33 километр дистанциялы эстафетала бронза призер була[3]; ә ике йылдан һуң 23 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында спринтта шәхсән көмөш миҙал яулай, финишта бары тик үҙенең ватандашы швед саңғысыһы Эмма Рибаны ғына уҙа алмай ҡала[4].

Донъя Кубогы ярыштары сиктәрендә Юханна 2017 йылдың ғинуарында дебют яһай — 10 километрға ирекле стиль менән ярышҡанда Ульрисехамндағы йорт ярышында ул бары тик 59-сы урында ғына була[5]. Спортсы үҙенең тәүге кубок мәрәйҙәрен 2018/2019 йыл миҙгелендә Италияның Конь тигән урынында йыя — беренсе тапҡыр спринт финал ярыштарына эләгеп, ул өсөнсө булып финишҡа килә[6].

2021 йылдың февралендә, үҙе өсөн дебют булған донъя чемпионатынан ике аҙна элек, Юханна Хагстрем, үҙ карьераһында Донъя Кубогының Ульрисехамнда үткән этабында спринтта иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтә, бары тик финалда ғына ватандашы -швед саңғысыһы Мая Дальквистан ҡалыша[7]. Германияның Оберстдорф ҡалаһында үткән планета беренселегендә, спринт ярышында иң яҡшы ваҡыт күрһәтеп, Юханна Хагстрем төп ярышҡа үтеү өсөн барған уҙышта квалификация яҡлай, әммә иң хәл иткес ярышта миҙалдан бер аҙымда ғына тороп ҡала, ул финишҡа дүртенсе булып килә[8][9].

2023 йылда Планикала үткән донъя чемпионатында ул классик спринтта 10-сы урынды яулай[10].

2024 йылдың 30 ноябрендә Финляндияның Рука ҡалаһында донъя чемпионатында тәүге еңеүҙе яулай, классик спринтта еңеп сыға[11][12].

Һөҙөмтәләре

Саңғы спорты буйынса донъя чемпионаттарында

Донъя чемпионаты Спринтта Команда



спринтында
10 км 7.5+7.5 км 30 км Эстафета
Германия 2021 Оберстдорф 4

Донъя Кубогында

8 марта 2021 года ҡарата

Миҙгелдәрҙең һөҙөмтәләре

Миҙгел  Йәше  Зачет төрө
Дөйөм иҫәптә Ярыш Спринтта U23 Nordic



Opening
Де Тур



Ски
Туры Ски



2020
Кубок Финалы



Донъяла
2017 19 н/п н/п н/п н/д
2018 20 н/п н/п н/п н/п н/д 58
2019 21 55 н/п 29 8 н/д
2020 22 51 н/п 28 9 н/д
2021 23 37 61 13 6 н/д н/д

Подиумдар

  • 2 подиум
#. Миҙгел Дата Уҙғарыу урыны Ярыш Урын
1  2018/19  16 февралдә 2019 Италия Конь, Италия 1,6 км Спринт СС 3
2  2020/21  6 февралдә 2021 Швеция Ульрисехамн, Швеция 1,6 км Спринт СС 2

Иҫкәрмә

  1. Marie Carlsson. Svensk dubbel i ungdoms-OS (швед.) (13 февраль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2021.
  2. Sebastian Mattsson, Hannah Boman. Johanna Hagström tog ungdoms-OS-guld (швед.) (16 февраль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2021.
  3. Johanna Svensson. Tua Dahlgren blixtinkallad till JVM-stafetten – tog brons (швед.) (3 февраль 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2021.
  4. Rachel Perkins. Julia Kern Third in World U23 Skate Sprint (With Audio Interview) (ингл.) (1 март 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 март 2021.
  5. Torbjörn Nilsson. Världscupdebuten avklarad för Johanna Hagström (швед.) (21 ғинуар 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2021.
  6. Josefin Johansson. Superskrällen: ”Vet inte vad som hände” (швед.) (16 февраль 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2021.
  7. Daniel Grefve, Moa Jörnmark. Johanna Hagström vann sprintkvalet i SM – trots ”chockartade” uppvärmningsolyckor (швед.) (10 февраль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2021.
  8. Ella Hall. Sweden’s Sundling Cruises for First Championship Gold in the Classic Sprint (ингл.) (25 февраль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2021.
  9. Антон Шебика. Шведская лыжница Йонна Сундлинг выиграла спринт на чемпионате мира в Оберстдорфе (21 февраль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 март 2021.
  10. Swedish Women Dominate Classic Sprint in Planica (ингл.). Nordic Insights (23 февраль 2023).
  11. Hagström wins sprint in Ruka (ингл.). ProXCskiing.com (29 ноябрь 2024).
  12. Йоханна Хагстрём возглавила спринтерский зачёт Кубка мира — 2024/2025. Чемпионат (30 ноябрь 2024).

Һылтанмалар

  • Юханна Хагстрём — статистика на сайте FIS (англ.)
  • Юханна Хагстрём на сайте Олимпийского комитета Швеции