Ябай үрмәксе ауы талпаны
Ябай үрмәксе ауы талпаны[3] (лат. Tetranychus urticae) үрмәксе ауы талпаны (Tetranychidae) ғаиләһендәге талпан төрө
Тасуирлама
Талпандың ҙурлығы һимеҙлегенең дәрәжәһенә бәйле. Инә заттың яҡынса оҙонлоғо 0,4 алып[4] 0,6 мм-ғаса, ата заттары 0,3-тән алып 0,45-кәсә. Йомшаҡ тәнлеләр. Эллипсоид формаһында, өҫкө өлөшө ҡабарып тора, аҫҡы өлөшө тигеҙ. Ҡарышлауыҡтарҙың үҫеше ваҡытында улар үтә күренмәле, төҫтәре асыҡ йәшелдән алып йәшкелт көрәнгә тиклем, ян яҡтарында беленеп торған ҙур ғына тимгеле була. Был тимгелдәр урта эсәктәрендә һуҡыр үтә күренмәле ҡапсыҡтар булараҡ барлыҡҡа килә. Көҙ аҙаҡтарынан алып яҙға тиклем ҡышлаусы инә заттар ҡыҙғылт һары — ҡыҙыл, асыҡ ҡыҙылғаса төҫтә булалар. Ҡарышлауыҡ фазаһында улар алты аяҡлы булалар, ә өлгөргән бөжәктәр барыһы ла һигеҙ аяҡлы.
Таралышы
Антарктиканан башҡа һәр ерҙә лә тереклек итә.
Туҡланыуы
Дошмандары
Тәбиғи дошмандары булып йыртҡыс талпан Phytoseiulus persimilis иҫәпләнә. Улар башлыса үрмәксе ауы талпандарын аулай[4], Һәм шулай уҡ йыртҡыс талпан Neoseiulus californicus уның хас дошманы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 臺灣物種名錄 (билдәһеҙ) — 2003.
- ↑ Nederlands Soortenregister
- ↑ Захваткин Ю. А. Акарология — наука о клещах: История развития. Современное состояние. Систематика : Учебное пособие. — М. : Книжный дом «ЛИБРОКОМ», 2012. — С. 121. — ISBN 978-5-397-02126-5.
- ↑ 1 2 3 Thomas R. Fasulo & H. A. Denmark. Twospotted spider mite. Featured Creatures. University of Florida / Institute of Food and Agricultural Sciences (декабрь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2011. Архивировано 22 ноябрь 2012 года.
- ↑ В. Н. Пермякова. Защита растений от вредителей и болезней. — Петрозаводск: Карелия, 1988. — ISBN 5—7545—0025—4.