Ява
География
Көнбайыштан көнсығышҡа 1000 км һуҙылған. Ява утрауының 30%-ын джунгли биләй.
Утрауҙа 120 вулкан бар, шуларҙың 30-ы һүнмәгән (мәҫәлән, Мерапи вулканы)[1].
Тарихы
Административ бүленеш
| № | Провинция | Административ үҙәк | Майҙан, км² |
Халҡы, мең кеше (2010) |
|---|---|---|---|---|
| 1 | Бантен | Серанг | 9019 | 10 632 |
| 2 | Көнбайыш Ява | Бандунг | 36 925 | 43 054 |
| 3 | Үҙәк Ява | Семаранг | 32 800 | 32 383 |
| 4 | Көнсығыш Ява | Сурабая | 46 690 | 37 477 |
| 5 | Джакарта округы | Джакарта | 740 | 9 608 |
| 6 | Джокьякарта округы | Джокьякарта | 3133 | 3 458 |
Халҡы
Донъяла кеше иң күп йәшәгән утрау (140 млн кеше, (2010); халыҡ тығыҙлығы — 1061 кеше/км²). Иң таралған телдәр — ява һәм индонез.
Иҡтисады
Бында кофеның иң билдәле сорттарының береһе Копи Лювак етештерелә.
Иҫтәлекле урындары
Утрауҙа Индонезияның иң иҫтәлекле урыны — Боробудур ғибәҙәтханаһы урынлашҡан. Буддизм диненең изге ғибәҙәтханаһы Будда космологияһының моделе булып тора. Ғибәҙәтхана ЮНЕСКО-ның архитектура-тарихи ҡомартҡылар исемлегенә инә һәм бөтә донъя мираҫы һанала.
Иҫкәрмәләр
- ↑ ASIAT.RU / Индонезия / Туризм һәм ял / Ява утрауы вулкандары— asiat.ru 2021 йылдың 20 ғинуар көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт
- Ява // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
- Вулкан на острове Ява 2015 йылдың 27 сентябрь көнөндә архивланған.
- Фоторепортаж с острова Ява (Боробудур, Прамбанан, вулканы)