Ямадзаки Наоко
Наоко Ямадзаки|山崎 直子|Ямадзаки Наоко|1970 йылдың 27 декабре, Мацудо[d], Тиба (префектура)[d]}} — JAXA-ның (Япония аэрокосмик тикшеренеүҙәр агентствоһы) япон авиаинженеры һәм астронавты.
Ямадзаки Наоко — Японияның Мукаи Тиактан ҡала икенсе ҡатын-ҡыҙ-космонавы.
Биографияһы
Бала саҡта Саппорола йәшәй. Урта мәктәпте, һуңынан университетты тамамлай. 1993 йылда Токио университетында аэрокосмос техникаһы өлкәһендә фән бакалавры дәрәжәһе, һуңынан, 1996 йылда аэрокосмос техникаһы өлкәһендә фән магистры дәрәжәһе ала.
Йыһанға осоу
1999 йылдың февраль айында Ямадзаки (ул саҡта әле Сумино фамилияһы аҫтында) космонавтҡа кандидат сифатында һайлап алына. 1999 йылдың апрелендә база әҙерлегенә тотона. 2001 йылдың сентябрендә космонавт сифатында сертификация ала. 2004 йылдың майында Йондоҙло ҡалала Ю. Гагарин исемендәге космонавтар әҙерләү үҙәгендә Союз-ТМА йыһан карабы бортинженеры сифатында әҙерлеген тамамлай. 2004 йылдың июнендә Ямадзаки Хьюстонға Линдон Джонсон исемендәге космос үҙәгенә килә һәм унда астронавтар әҙерләү программаһы буйынса шөғөлләнә. 2010 йылдың 5 апреленән алып 20 апреленә тиклем Дискавери STS-131 осоуында осош белгесе булараҡ ҡатнаша. Осоштоң дөйөм оҙайлылығы 15 тәүлек 2 сәғәт 47 минут тәшкил итә.
- Статистика[1]
| # | Старт карабы | Старт | Экспедиция | Ултырған карабы | Ултырыу | Осоп үтеү | Асыҡ йыһанға сығыу | Асыҡ йыһанда булыу ваҡыты |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 1 | Дискавери STS-131 | 05.04.2010, 10:21 UTC | STS-131 | STS Дискавери-131 | 20.04.2010, 13:08 UTC | 15 тәүлек 47 сәғәт 02 минут | 0 | 0 |
| 15 тәүлек 47 сәғәт 02 минут | 0 | 0 | ||||||
2011 йылдың авгусында Ямадзаки JAXA-нан китә[2]
2012 йылдың июленән Министрҙар кабинетының Йыһан сәйәсәте буйынса комитеты ағзаһы булып эшләй.
2018 йылдың июленән Япония Йыһан порты ассоциацияһы комиссары булып эшләй[3].
Шәхси тормошо
Ямадзаки Наоконың ике ҡыҙы бар: өлкән ҡыҙы 2002 йылдың авгусында, кесеһе — 2011 йылдың октябрь айында тыуған.
Мауығыуҙары: япон каллиграфияһы, дайвинг, теннис, джаз-бейеү, саңғыла шыуыу, осоу.[1]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Statistics - Yamazaki Naoko (ингл.). spacefacts.de. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2018.
- ↑ JAXA Astronaut Biographies — Naoko Yamazaki
- ↑ YAMAZAKI Naoko Astronauts (ингл.). JAXA Human Spaceflight Technology Directorate. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2025.