Ясемин Адар
Ясемин Адар (1991 йылдың 6 декабре, Балыкесир[d]) — Төркиә спортсыһы, ирекле стилдә көрәшсе, 2017 йылда донъя чемпионы, өс тапҡыр Европа чемпионы (2016, 2017, 2018).
Биографияһы
Ясемин Адар 1991 йылдың 6 декабрендә Балыкесирҙа, Наим Адар һәм уның ҡатыны Айшегюль ғаиләһендә тыуа. Ясминдың Йылдыз исемле апайы бар, уларҙың әсәһе 2013 йылда вафат була. Мәктәпте тамамлағандан һуң Газиосманпаша Адар Ясемин физик культураһын һәм спортты Балыкесир университетында өйрәнә. Әлеге ваҡытта Нигдела уҡытыусы булып эшләй.
Спорт карьераһы
Алдан Ясемин Адар йәҙрә ташлау менән шөгөлләнә ине, әммә аҙаҡ Төркиәнең көрәш чемпионы Аслан Сейханлы уға иғтибар итә, шунан һуң Ясемин көрәш менән шөгөлләнә башланы. «Trakya Birlik SK» командаһы өсөн сығыш яһай.
2012 йылда Ясемин Адар Канадала үткән көрәш буйынса Донъя чемпионатында ҡатнаша, әммә миҙалдар яуламай. 2013 йылда Ясемин Адар Төркиәне Тбилисияла үткән Европа чемпионатында күрһәтә, әммә шулай уҡ пьедесталға күтәрелмәй. Шул уҡ йылда Мерсинала үткән Урта диңғеҙ уйындарында, Ясемин алтын миҙал яулай алмай. Шулай уҡ 2013 йылда Ясемин Адар Будапешта үткән Көрәш буйынса Донъя чемпионатында ҡатнаша,әммә бишенсе генә урын ала. 2014 йылда Ясемин Ташкентта үткән Донъя көрәш чемпионатындаа ҡатнаша, әммә шулай уҡ бер ниндәй ҙә миҙал яуламай.
2015 йылда Ясемин Баку ҡалаһында үткән Европа уйындарында ҡатнаша, Екатерина Букинаға еңелеп, финалға үтә алмай. Шунан өсөнсө урын өсөн матчта Светлана Саенкоға еңелә. 2015 йылда Ясемин Донъя чемпионатының сирек финалында еңелә.
2016 йылда Ясемин Адар Европа чемпионатында Стародубцева Аленаны еңеп алтын миҙал яулай. Төркиә вәкилдәренән Ясемин беренсе булып, ҡатын-ҡыҙҙар араһында көрәш буйынса Европа чемпионатында алтын миҙал яулай[1].
2021 йылдың 2 авгусында Ясемин Адар 2020 йылғы Олимпия уйындарында Токиола бронза миҙал яулай. Ул ирекле көрәш буйынса Олимпия миҙалын яулаған беренсе төрөк ҡатын-ҡыҙы була [2].
2022 йылда Ясемин Адар Будапештта 76 кг ауырлыҡ категорияһында ирекле көрәш буйынса биш тапҡыр Европа чемпионы, күп тә үтмәй ике тапҡыр донъя чемпионы була[3].
2023 йылда Загребта алты тапҡыр Европа чемпионы була. 2024 йылда ете тапҡыр Европа чемпионы була[4]. 2025 йылдың апрелендә Братиславала үткән Европа чемпионатында Адар 76 кг ауырлыҡ категорияһында көмөш миҙал яулай. Финалда ул Украинанан килгән дәғүәсеһе Анастасия Алпеваға отола[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ясемин Адар завоевала первую золотую медаль Турции в истории Чемпионата Европы по женской борьбе 2017 йылдың 2 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Ece Toksabay. Wrestling-Adar hopes historic bronze will ease pain of wildfire-hit Turkey (ингл.) (2 август 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2025.
- ↑ В Будапеште завершился чемпионат Европы 2022 по спортивной борьбе. stadium.ru Новости (4 апрель 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2025.
- ↑ Ирена Закурдаева. Борьба. Чемпионат Европы – 2023: результаты турнира по женской борьбе. www.olympics.com (22 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2025.
- ↑ Ирена Закурдаева. Женская борьба: первые пять комплектов наград в женской борьбе. www.olympics.com (11 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2025.