Яугир-десантсылар һәйкәле (Мәскәү)

Яугир-десантсылар һәйкәле — Рәсәй мәнфәғәттәрен һаҡлау ваҡытында һәләк булған 76-сы гвардия һауа-десант дивизияһы 104-се гвардия парашют-десант полкының алтынсы ротаһы яугиҙәренә ҡуйылған</a></nowiki> һәйкәл[1]. Һәйкәл 2002 йылда Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Үҙәк музейы ишек алдындағы майҙанда урынлаштырылған.[2][3][4]. Проекттың авторы-скульптор Михаил Переяславец[5][6] һәм архитекторы Игорь Вознесенский[7].

2017 йылда монумент тергеҙелә: бысраҡтан таҙартыла, ваҡ зыяндары бөтөрөлә, һаҡлағыс состав менән ябыла[8][9].

Скульптура бронзанан эшләнгән, унда ике десантсы баҫып тора, улар араһында стела урынлашҡан. Стеланың ослайған башында ике башлы бөркөт, уның тырнаҡтарында ҡылыс һәм лавр тажы. Статуя гранит постаментҡа баҫтырылған. Уның нигеҙендә ике иҫтәлекле яҙыу: үҙәк өлөшөндә — «Яугир-десантсылар», көнсығыш өлөшөндә — «Яуҙа һәләк булған 76-сы гвардия һауа-десант дивизияһы 104-се гвардия парашют-десант полкының алтынсы ротаһына иҫтәлек билдәһе. 2002 йыла Рәсәй Федерацияһы Президентының Указы буйынса ҡуйылған» тип яҙылған[10][11][12].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Памятник псковским десантникам в Черёхе

Иҫкәрмәләр

  1. Памяти погибших в неравном бою. Ветеранские вести (2 март 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2018.
  2. Шпак, 2003, с. 208
  3. Белюкин, Скоробогатова, 2005, с. 41
  4. Доронина, 2008, с. 456
  5. В Калининграде установят бюст начальнику тыла ВС СССР генералу Хрулеву. ИА REGNUM (30 май 2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2018.
  6. «Династия». Выставка мастеров художественной династии Поповых — Переяславцев. Museum.ru (2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2018.
  7. Десант высадится возле музея. Редакция газеты «Труд» (23 октябрь 2002). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2018.
  8. Памятники Суворову, Блоку и Цветаевой отремонтируют в Москве. Mosday.ru (30 март 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2018.
  9. Памятники Суворову, Блоку и Цветаевой отремонтируют в Москве. M24.ru (30 март 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2018.
  10. Вострышев, 2009, с. 73
  11. Указ Президента Российской Федерации об увековечении памяти воинов-десантников. КонсультантПлюс (21 июль 2000). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2018.
  12. Памятный знак в честь военнослужащих, погибших в мирное время при защите интересов России. Узнай Москву (2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2018. 2020 йылдың 19 сентябрь көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт