Яңауыл (станция)

Ҡалып:Агрыз — Дружинино

Яңауыл — Горький тимер юлдарының Ижев регионы Яңауыл ҡалаһындағы тимер юлы станцияһы. Йөк тейәү-бушатыу станцияһы һәм пассажирҙар станцияһы.

Тарихы

1909—1914 йылдарҙа Ҡаҙан — Екатеринбург тимер юлы төҙөлгән. «Суйын» бер-береһенән берәр км алыҫлыҡта урынлашҡан Иванаево (Иманаево, Юбанаево) һәм Яңауыл ауылдары араһынан уҙған. Бында станция асылған. Ул станцияны «Яңауыл» тип атағандар. Станцияла вокзпл бинаһы, һыу ҡыуҙырыу ҡоролмаһы, тимер юлдары хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус бер нисә ҡаҙарма йорттар төҙөгәндәр. Олатайҙар һөйләүе буйынса беренсе поезд ауыл аша 1916 йылда үтеп киткән. Был бик ҙур ваҡиға булған. Станция төҙөлөүе ауылға яңы йәшәү йүнәлеше биргән.

Станция аша уҙған поездар теҙмәһе

2016 йылдың декабрь айы торошона станция аша түбәндәге алыҫ-ара поездар уҙа.

Йыл дауамында йөрөүсе поездар хәрәкәте

Ваҡытлыса йөрөүсе поездар хәрәкәте

Станция аша йөрөүсе ҡала-тирә поездары

Станциянан ҡала-ирә поездарын «Содружество» ППК-һы хеҙмәтләндерә. 2016 йыл мәғлүмәттәре буйынса станция аша Яңауылдан Ижевский ҡалаһына, Красоуфискийға, һәм Нефтекамаға хәтле электр поездары йөрөгән.

Иҫкәрмәләр

  1. Железнодорожные станции СССР. Справочник. — М.: Транспорт, 1981