Яңы юл (колхоз, Бөрйән районы)

Тарихы

«Яңы юл» колхозы тәүҙә 1930 йылда Яңы Собханғол ауылында ойошторолған промколхоз була. Барлыҡҡа килгәндә 1 сәскесе һәм 1 елгәргесе була. 1932 йылда сәсеүлектәренең майҙаны 270 га, 1938 йылда — 278 га тәшкил итә.

1969 йылдан — яңы ойошторолған «Бөрйән» совхозы составында бүлексә. 1992 йылдан (совхоз бөтөрөлгәс) — «Яңы юл» крәҫтиән хужалығы, 2000 йылдан — «Яңы юл» АХК-һы. 2008 йылда бөтөрөлә.

Ҡаҙаныштары

Етәкселәре

  • Хәсәнов Н. Х. (1933 йылдан)
  • Толомбаев Г. (1930 йылдар аҙағы)
  • Йортбағышев И. И. (1940—1941)
  • Әбдрәшитов (1947—1949)
  • Хоҙайбирҙин Ғ. Т. (1957 йылдан)
  • Әлибаков Т. И. (1966 йылдан)
  • Дәүләтҡужин Т. Ҡ. (1969 йылдан)
  • Сабитов Я. Х. (1969 йылдың июненән)
  • Хоҙайбиргәнов М. И. (1970 йылдан)
  • Билалов А.
  • Йәнсурин Р. Р. (1992 йылдан)
  • Теләүбаев Н. Н. (1993 йылдан һәм 2003—2006 йылдарҙа)
  • Кинйәбаев И. Т (1996 йылдан)
  • Шахниязов Р. Т. (1998—1999 йылдар)
  • Йортбағышев Т. М. (2000 йылдан)

Сығанаҡтар

Яны юл // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 590. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.

Иҫкәрмәләр