Ғәбделҡадир
Биографияһы
Тәүге йылдары
Ғәбделҡадир сығышы буйынса Урта диңгеҙ буйында урынлашҡан Оран ҡалаһында төпләнгән бик боронғо һәм затлы руханиҙар ырыуынан булған. Ғилми әҙәбиәттә йөрөгән фекер буйынса, Ғәбделҡадирҙың ата-бабалары бану-ифрен ғәрәпләштерелегән бәрбәр ҡәбиләһенән сыҡҡандар[1][2].
Ғәбделҡадир үҙенең атаһы Сәйет Мөхөтдин менән етәкләнгән Муасҡар ҡалаһындағы «Һетнә» мәҙрәсәһендә белем ала. Үҙенең ғәжәп һәләттәре, диндарлығы, ғилемлеге һәм ҡорал менән эш итә белеү арҡаһында ул йәш сағында уҡ киң танылыу ала.
Алжирҙағы эҙәрләүҙән Мысырға ҡаса, бынан Мәккәгә хаж ҡыла һәм хажи булараҡ тыуған яғына ҡайта. Бал ваҡытта француздар Алжирҙы баҫып алалар, әммә уларға ҡаршы ғәрәптәр ихтилал күтәрә.
Антиколониаль көрәш етәкселегендә
Ғәбделҡадир төрлө социаль төркөмдәренең тарҡылышын еңеп сыға һәм 1832 йылда көнбайыш Алжир ҡәбиләләре менән әмир итеп һайлана. Шулай итеп, ул баш ҡалаһы Муасҡарҙа булған бойондороҡһоҙлоҡ дәүләт — әмирлек төҙөй[3], һәм рәсми рәүештә үҙен Марокко солтаны Ғәбдрахмандың вассалы һәм наместнигы тип таный. Әмир әл-мөмьин титулын ҡабул итә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Rozet et Carette, L’Univers ou histoire et description de tous les peuples, Firmin Didot, 1850, P.
- ↑ Complément de l’Encyclopédie moderne, Firmin Didot, 1857, t.5, p.722
- ↑ Муслим Абдулхаков. Абд аль-Кадир аль-Джазаири — муджахид, суфий, поэт, богослов 2009 йылдың 13 август көнөндә архивланған. (рус.)
Әҙәбиәт
- Бельмар «A., sa vie politique et militaire» (Париж, 1863).
- Ламенер «Vie, aventures, combats et prise d’A.» (Париж, 1848)
- Оганисьян Ю., Абд-аль-Кадир, Москва, 1968;
- Бу Азиз Яхья, Батль аль-кифах аль-амир Абд-аль-Кадир аль-Джазаири (Боевой герой эмир Абд аль-Кадир аль-Джазаири), Тунис, 1957.
Һылтанмалар
- Абд-эль-Кадер // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)