Ғәйнуллин Айнур Ришат улы

Ғәйнуллин Айнур Ришат улы (5 апрель 1979 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Эшҡыуар. Юрист. «НУР» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры (2014 йылдан). Башҡортостан Республикаһының 6-7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1].

undefined

Биографияһы

Айнур Ришат улы Ғәйнуллин 1979 йылдың 5 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Яңы Ҡыйышҡы ауылында тыуа. Урта мәктәптән һуң Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында белем ала.

1996—2009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы системаһында хеҙмәт итә.

2010—2014 йылдарҙа «СтройКонцепт» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең юрисконсульты, һуңынан коммерция директоры була.

2014 йылдан «НУР» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры вазифаһын биләй[1]. Генераль директорҙар рейтингында 2024 йылдың 12 ноябренә ҡарата «Ҡалдыҡтар менән эшләү» тармағында 9-сы урында тора[2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты була. 2023 йылда Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. «Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы» сәйәси партияһы Башҡортостан Республикаһы бүлексәһенең парламентта фракцияһы ағзаһы[1].

«Атайсал» проектында әүҙем ҡатнаша[3]

Ғаиләһе

Өйләнгән[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡортостан Республикаһы буйынса РФ Эске Эштәр министрлығының Рәхмәт хаты
• Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты
• Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы миҙалдары, күкрәк билдәләре[1].