Ғәйнуллин Флүр Мөзип улы

Ғайнуллин Флюр Музип улы (рус. Гайнуллин Флюр Музипович) (6 сентябрь 1939 йыл2004 йыл) — эшкәртеү өлкәһе хеҙмәткәре. 1974—2002 йылдарҙа Ҡарламан шәкәр заводы директоры. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы]] депутаты, Юғары Советтың закон, законлылыҡ һәм хокук тәртибе мәсьәләләре буйынса комитет ағзаһы.

Биографияһы

Ғайнуллин Флюр Музип улы 1939 йылдың 6 сентябрендә Башҡорт АССР-а Ҡырмыҫҡалы районы Һарт-Шишмә ауылында тыуған. Милләте буйынса татар, юғары белемле — 1968 йылда Мәскәү аҙыҡ промышленностының технология институтын тамамлаған. [1]

Хеҙмәт юлын 1958 йылда Ҡарлыман сәкәр заводында эшсе булып башлаған. 1958 йылдан 1962 йлға тиклем Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. Демобилизациянан һуң сәкәр заводында электромонтер булып эшләй. Институтты тамамлап ҡайтҡас, Ҡарламан шәкәр заводында баш механик булып эшләй.

Башҡортостан Республикаһы Юғары Советында закон, законлылыҡ һәм хокук тәртибе мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы.

1974 йылдан Ҡарламан шәкәр заводының директоры.[2] Ҡырмыҫҡалы районы 223-сө Прибельский һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

«Почёт Билдәһе» ордены, миҙалдар

Ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34

Сығанаҡтар

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104