Ғәйнә (Свердловск өлкәһе)

Ғәйнә (рус. Гайны) — Свердловск өлкәһенең Әшит ҡала округына ҡараған тарихи башҡорт ауылы.

Ауыл Ачит ҡала округының Заря территориаль идаралығына керә.

Халыҡ һаны

2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 415 кеше йәшәй, шул иҫәптән 194 ир һәм 221 ҡатын-ҡыҙ[2]

Тарихы

Профессор Ә.З.Әсфәндиәров фекеренсә Ғәйнә ауылын Оло-Ҡошсо улусы аҫаба башҡорттарының ерҙәренә керҙәштәр сифатында күсенгән ғәйнә ырыуы башҡорттары нигеҙләгән[3].

1834 йылда ауылдың 17 йортонда 99 башҡорт йәшәгән[3].

1859 йылда 39 йортта 234 башҡорт теркәлгән[3].

Профессор Ә.З.Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған: