Ғәлләмова Әлфиә Марс ҡыҙы

Ғәлләмова Әлфиә Марс ҡыҙы— башҡорт йырсыһы. Халыҡ-ара һәм республика кимәлендәге конкурстар лауреаты.

Биографияһы

Ғәлләмова Әлфиә Марс ҡыҙы 1977 йылдың 26 август ында Башҡорт АССР-ы Әбйәлил районы Дәүләт ауылында тыуған.

  • Хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының хор коллективында башлай. Был коллектив менән Гирн ҡалаһында (Төньяҡ Кипр) төрки телле илдәрҙең Халыҡ-ара опера йырсылары фестивалендә башҡорт опера сәнғәте вәкиле булып сығыш яһай.
  • 2001 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһында солист-вокалист булып эшләй. Йырсының репертуарында — халыҡ йырҙары, шулай уҡ, башҡорт, татар, урыҫ һәм композиторҙарының йырҙары һәм романстары.

Ҡаҙаныштары

Сәнғәт училещеһында уҡығанда уҡ төрлө конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай:

  • Ғәлләмова Әлфиә Марс ҡыҙының исеме "XX быуаттан — XXI быуатҡа «Яңы исемдәр» Алтын китабы"на (1995) индерелгән;
  • Йәш музыканттарҙың «Яҙғы тамсылар» X Асыҡ республика смотр-конкурсында беренсе урын яулай (1995);
  • Заһир Исмәғилев исемендәге I Асыҡ конкурс-фестивалдә беренсе урын яулай (1996);
  • Салих Сәйдәшев исемендәге IV региональ асыҡ йырсылар конкурсында беренсе премияға лайыҡ була(Нижнекамск, 1998).
  • Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Асыҡ республика йырсылар конкурсында беренсе дәрәжәле диплом менән бүләкләнә(1999).
  • 2004 йылда Өфө дәүләт сәнғәт академияһының «Вокал сәнғәте» бүлеген тамамлап «Камера концерты йырсыһы» квалификацияһына эйә була. Филормонияла, шулай уҡ, гастролдәрҙә концерттарҙа ҡатнаша.
  • 2012 йылдың ноябрендә III Халыҡ-ара «Илһам» («Вдохновение») конкурс-фестивалендә «Ҡыҙҙар» дуэты (филармонияның музыка-әҙәбиәт лекторийы артисткаһы Зөлфиә Авзалова менән) сығышы өсөн «Академик вокал» номинацияһы буйынса III дәрәжә дипломға эйә була (Өфө ҡалаһы).

Ғаиләһе

Билдәле ҡурайсы мәрхүм (2013) Шәрипов Рөстәм Фазылйән улының (ba.wikipedia.org/wiki/Шәрипов_Рөстәм_Фазылйән_улы#Биографияһы) ҡатыны. Ғәиләләрендә ике бала (ул һәм ҡыҙ) үҫә.

Һылтанмалар