Ғәниева Лилиә Фәйзулла ҡыҙы

Ғәниева Лилиә Фәйзулла ҡыҙы (6 май 1958 йыл) — уҡытыусы, журналист, тәржемәсе, реклама бүлеге белгесе. 1993 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре (2006), 2015 йылдан «Йәнгүҙәй» әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы, Йомабикә Ильясова исемендәге район ижади бәйге еңеүсеһе (2015), «Һаҡмар» район гәзитенең хикәйәләр конкурсы дипломанты (2022)

Биографияһы

Лилиә Фәйзулла ҡыҙы Ғәниева (ҡыҙ фамилияһы Атанбаева) 1958 йылдың 6 майында Башҡорт АССР-ының Йылайыр районы Ҡәнзәфәр (Һаҡтау) ауылында тыуған. 1969 йылда тыуған ауылында — башланғыс мәктәпте , 1973 йылда Сибай интернат-мәктәбендә 8-класты тамамлай. 1977 йылда Сибай педагогия училищеһының башланғыс класс уҡытыусылары әҙерләү бүлеген тамамлай, Йылайыр районының Һултантимер ауылында уҡыта (1977—1978), Төмән өлкәһендә нефть быраулау скважинаһында лаборант-коллектор булып эшләй (1978—1980). 1981 йылдан Баймаҡ районының «Октябрь байрағы»-«Октябрьское знамя» (2000 йылда «Баймакский вестник» итеп үҙгәртелә) район гәзитендә башта тәржемәсе, 1993 йылдан реклама һәм иғландар бүлеге хәбәрсеһе, 2004 йылдан — реклама һәм иғландар бүлеге мөдире була. 2015 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡас, ныҡлап ижад итә башлай. Хикәйәләр, шиғырҙар яҙа

Тырыш хеҙмәте күп һанлы Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһалана. Улар араһында Башҡортостандың Журналистар Союзы Почет грамотаһын (1999), Баймаҡ ҡала Советы президиумының Почет грамотаһын (2000) билдәләп үтергә булыр ине.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар