Ҡабартма
Ҡабартма — түңәрәк, уртаһы тишек итеп ҡалдырылған майҙа бешерелгән ризыҡ.
Ҡабартма әҙерләү
Бер аш ҡалағы эремсек, өс йомортҡа, дүрт аш ҡалағы шәкәр ҡомо, бер стакан он, бер аҙ тоҙ, ярты балғалаҡ сәй һеркәһе һалып, ҡамыр баҫаыла. Унан ваҡ шарҙар әүәләп, ҡыҙған майға һалып, ҡыҙарғансы бешерелә. Һөҙөп алғас, шәкәр ҡомонда әүәләп, өҫтәлгә ҡуйыла.
