Ҡала стадионы (Гюмри)
Гюмри ҡалаһындағы стадион — Әрмәнстандың Гюмри ҡалаһындағы күп маҡсатлы стадион. Әлеге ваҡытта футбол уйындары өсөн ҡулланыла һәм «Ширак» (Гюмри) һәм «Ширак 2» (Гюмри).футбол клубтарының үҙ майҙаны булып тора. Стадион яҡынса 3 000 тамашасыны һыйҙыра, шуларҙың 52 урыны VIP-ҡунаҡтар өсөн. 1924 йылда төҙөлә, ә бер йылдан һуң стадион асыла. 1998 йылда стадионда реставрация үтә. Стадиондың япмалығы 24 % тәшкил итә. Бер уйынға килеүсе кешеләр һаны уртаса 295кеше тәшкил итә. «Ширак» футбол клубын 2010 йылда Арман Саакян һатып алғандан һуң, стадион шунда уҡ реконструкциялауға ябыла. Административ биналар ҙа, шулай уҡ VIP ҡунаҡтар өсөн тәғәйенләнгән биналар ҙа тулыһынса йүнәтелә. Өлөшләтә трибуналар йүнәтелә, VIP ҡунаҡтар өсөн урындар һаны 20-нән 52-гә тиклем арттырыла. Реконструкцияның төп өлөшө стадиондың яланына йүнәлтелә, ул тулыһынса яңы технологиялар буйынса эшләнә.
Һылтанмалар
- Профиль на worldstadiums.com 2015 йылдың 6 сентябрь көнөндә архивланған. (инг.)
- Страница стадионов Армении с описанием на сайте FootballPlus.com (инг.)
- Вид стадиона из космоса (инг.)
- Профиль на weltfussballarchiv.com 2012 йылдың 19 октябрь көнөндә архивланған. (инг.)
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |
- ↑ GeoNames (ингл.) — 2005.