Ҡалдыҡһыҙ технология

Ҡалдыҡһыҙ технология — производствола тәбиғәт ресусртарын һәм энергияны мөмкин тиклем һөҙөмтәле файҙаланыуҙы һәм шул рәүешле тәбиғәтте һаҡлауҙы күҙҙә тотҡан технология.

Ҡалдыҡһыҙ технологиясеймалды һәм энергияны йомоҡ циклда файҙаланып производствоны ойоштороу принцибы. Йомоҡ цикл беренсел сеймал — етештереү — ҡулланыу — икенсел сеймал сынйырын аңлата.

Ҡалдыҡһыҙ производство идеяһын СССР бирә һәм "ҡалдыҡһыҙ технология" термины тәүләп СССР Тәбиғи һыуҙарҙы һаҡлау комиссияһы тарафынан тәҡдим ителә.

Ҡалдыҡһыҙ технологияның принциптары

  • Системалы ҡараш
  • Ресурстарҙы комплекслы файҙаланыу
  • Матди ағымдарҙың цикллылығы
  • Тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоноң сикләнеүе
  • Рациональ ойошторолош.


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Категориялар