Ҡарама


Ҡарама (йыла) (рус. вяз , лат. Úlmus) — йылалар ғаиләһенә ингән оҙонсараҡ япраҡлы, йәйенке ботаҡлы, ҡубырсып торған ҡытыршы ҡабыҡлы эре ағас; Йылалар ғаиләһенә ҡараған оҙонса япраҡлы, йәйенке ботаҡлы, бөгөлөп торған ағас[2]. Йыла һымаҡтар яҡынса 40 миллион йылдар элек барлыҡҡа килгән, тип һанала һәм әлеге көндә ундан артыҡ төрө билдәле. Ҡарама ағасынан әҙерләнгән утын йылы биреү сығанағы булараҡ юғары баһалана.

Хөрәфәттә

Башҡорттарҙа дошман күргән, өйөнә килтерергә теләмәгән кеше артынан көл һибеп ҡалыу ырымы булған. Был маҡсатта ғәҙәттә ҡарама көлө ҡулланылған [3]

Милли символикала

Башҡорттарҙың һәр ырыуының үҙ ағасы бар, быларҙы заманында Сыңғыҙхан тәғәйенләгән. Ҡарама - ҡатай ырыуының бәкәтин тармағы ағасы тип фараз ителә.

Фольклорҙа

  • Ишле ише менән, ҡарама - ҡыуышы менән (мәҡәл)
  • Ҡарамалы ауылы ҡара Ҡарағолға сана ҡарамалатырға биргәйнем. Ҡарамаланымы икән, ҡарамаламаны микән. Ҡарамала­һа ла, ҡарамаламаһа ла, ҡарамаламауына, ҡарамалауына ҡарамайынса ҡарап ҡына алып ҡайт әле (тиҙәйткес).
Япраҡтар
( Давид ҡарамаһы)
Йәшел емештәре
(Шыма ҡарама)
Өлгәргән орлоҡ
(Ҡытыршы ҡарама)

Иҫкәрмәләр

  1. По данным сайта GRIN (см. карточку растения).
  2. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. - Мәскәү. 1993. - 639-сы бит

Әҙәбиәт

аЕлЯ

Һылтанмалар