Ҡаратамыр
Ҡаратамыр — күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Таралышы
Яҡынса 60 төрө билдәле, уртаса һәм субтропик бүлкәттәрҙә, тропиктарҙың тауҙарында таралған. Башҡортостан Республикаһында дарыулы ҡаратамыр үҫә. Торлаҡ янында, юл буйҙарында, йырындар буйлап, ташландыҡ ерҙәрҙә үҫә.
Ботаник яҙма
Үҙәк тамырлы ике йыллыҡ үлән, ҡуйы йомшаҡ төк м‑н ҡапланған. Һабағы аҙ һанлы, ҡуйы япраҡ менән ҡапланған, бейеклеге 50—100 см. Тамыр яны розеткаһының япраҡтары оҙонса‑ланцет формаһында; аҫҡы һабаҡ япраҡтары һаплы, урта һәм өҫкөләре — ултырма, һабаҡты яртылаш уратып алған. Сәскәләре емештәрҙә оҙонайыусы сәскә һаптарында, ваҡ, ҡуйы ал йәки миләүшә төҫөндә, һепертке сәскәлегенә йыйылған ҡыҫҡа ҡуйы бөтөркәләрҙә. Касаһы биш бүлемле, емеш барлыҡҡа килгәндә йәйелеүсән; тажы 5 өлөшлө, ҡушылып үҫкән, тәгәрмәс рәүешле, тура көпшәле. Май—июндә сәскә ата. Емеше — 4 өлөшкә (эремалар) тарҡалыусы ценобий, июль—августа өлгөрә.
Әһәмиәте һәм ҡулланылышы
Буяу, рудераль үҫемлек. Ағыулы үҫемлек, халыҡ медицинаһында файҙаланыла. Һутын һәм тамырын инсектицид сара булараҡ, сысҡан һәм ҡомаҡтарҙы ҡурҡытыу өсөн ҡулланалар.
Ҡаратамыр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Genus Cynoglossum 2012 йылдың 17 декабрь көнөндә архивланған.
- Ҡаратамыр GRIN сайтында мәғлүмәт (инг.) Проверено 13 ноября 2008 г.
- Чернокорень на сайте USDA NRCS (инг.) Проверено 13 ноября 2008 г.
- Ҡаратамыр — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә Проверено 10 октября 2009 г.
- Чернокорень // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |