Ҡараяҡуп археологик комплексы
Ҡараяҡуп археологик комплексы — Шишмә районындағы Ҡара Яҡуп ауылының төньяҡ-көнсығышына табан йүнәлештә табылған б.э.т. 5—3 мең йыллыҡтарға ҡараған энеолит археологик ҡомартҡылары төркөмө, Дим йылғаһының уң ярында урынлашҡан[1].
Асылыу тарихы
Ю.А. Морозов тарафынан 1980 йылда асыла һәм 1980—82 йылдарҙа, 1984 йылда өйрәнелә.
Составы
Ҡараяҡуп археологик комплексына тора (стоянка) һәм ҡәберлек инә[2].
Табылдыҡтары
Ҡараяҡуп тораһында түңәрәк төбө йомортҡа рәүешендәге геометрик биҙәк һалынған, тешле штамп эҙе менән биҙәлгән керамика һауыттары, таштан яһалған гарпундар, батырғыстар, уҡ башаҡтары һәм һөңгө остары, бысаҡ рәүешендәге пластиналар, бысаҡтар, тишкестәр, ҡырғыстар, саф еҙ, шлак табылған[3].
Ҡараяҡуп ҡәберлегендә 5 ҡәбер табылған. Мәйеттәр көнбайыш-көнсығыш йүнәлешендә ҡаҙылған ҡәбер соҡорҙарында салҡан ятҡырып, башы менән көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡәбергә төбө түңәрәк, яға һымаҡ ауыҙлы керамик һауыттар, тамсы формаһындағы йәшел һәүерташтан эшләнгән 32 сулпы (2‑һенә өйрәк һүрәте төшөрөлгән), ҡабырсыҡтан яһалған муйынсаҡтар, хайуан һөйәктәре һалынған.
Өҫкө ҡатламдарҙа тимер быуатҡа ҡараған 3 ҡәбер табылған. Ҡомартҡы Көньяҡ Урал буйына энеолит-тимер быуат дәүерендә халыҡтың күсеп ултырыу этаптарын күрһәтә.
Был асыштар был урындағы халыҡтың башлыса һыйыр малы, йылҡы үрсеткәнлеген йәғни малсылыҡ, балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ, емеш-еләк йыйыу менән шөғөлләнеүен дәлилләй.
Ҡараяҡуп археологик комплексы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана[4].
Әҙәбиәт
- Морозов Ю.А. Кара-Якуповская энеолитическая стоянка //Эпоха меди юга восточной Европы. Куйбышев, 1984.
Һылтанмалар
- Ю.А.Морозов, тәржемәсе М.В.Хәкимова. АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ/ Ҡараяҡуп археологик комплексы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ю.А.Морозов, тәржемәсе М.В.Хәкимова. АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ/ Ҡараяҡуп археологик комплексы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ * Ю.А.Морозов, тәржемәсе М.В.Хәкимова. АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ/ Ҡараяҡуп археологик комплексы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Морозов Ю.А. Кара-Якуповская энеолитическая стоянка //Эпоха меди юга восточной Европы. Куйбышев, 1984
- ↑ Морозов Ю.А. Кара-Якуповская энеолитическая стоянка //Эпоха меди юга восточной Европы. Куйбышев, 1984