Ҡарағанат
Файл:7kladka zhulana.jpg
Ҡарағанаттың ояһы
Файл:Жулан в полете.jpg
Ҡарағанат һауала
Ҡарағанат (урыҫ.обыкнове́нный жула́н, или сорокопут-жулан, лат. Lanius collurio Linnaeus, 1758) — турғайҙар отрядының ҡарағанаттар ғаиләһенән булған, Көнсығыш ярымшарҙа һәм Төньяҡ Америкала урманда йәшәүсе, бөжәктәр, шулай уҡ ҡайһы саҡтарҙа йыландар, сысҡандар һәм ваҡ ҡош балалары менән туҡлана торған, ҡойроғо һәм ҡанаты ҡара, ҡалған ере күк төҫтә булған ултыраҡ һәм күсмә йыртҡыс ҡош.
Ҡылыҡһырлама
Сыйырсыҡтан бәләкәйерәк. Ғәҙәттә, ҡоро ботаҡтарҙа йәки сымдарҙа ултыра. Түбәһе һоро, арҡаһы көрән. Күҙҙәре аша үткән киң һыҙыҡ, ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара. Ҡойроғоноң ике яҡ ситенән аҡ һыҙыҡтар үтә. Кәүҙәһенең аҫ яғы, ҡойроҡ төбө алһыу аҡ. Ваҡ һайҫҡандан һәм алағанаттан бәләкәй кәүҙәһе, тигеҙ ҡара ҡанаттары менән айырыла. Тауышы көслө генә: «тек-тек» һәм ҡарлыҡҡан «шжаа-шжаа». Башҡа ҡоштарҙың тауыштарын сығарып һайрай.
Йәшәүе
Урман ситтәрендә, ҡыуаҡлыҡтарҙа, баҡсаларҙа була. Ҡыуаҡтарҙа оялай. Күсмә ҡош. Киң генә таралған.
Туҡланыуы
Башлыса төрлө бөжәктәр менән туйына.
Үрсеүе
Ҡара көрән таплы 4-6 бөртөк йәшел йомортҡаһы була.
Һылтанмалар
- Позвоночные животные России: Обыкновенный жулан 2021 йылдың 23 октябрь көнөндә архивланған.
- Обыкновенный жулан 2008 йылдың 20 сентябрь көнөндә архивланған. в красном списке видов IUCN.