Ҡара ҡарлуғас
Ҡара ҡарлуғас(рус. Деревенская ласточка, касатка, лат. Hirundo rustica) — ҡыйғас ҡара ҡанатлы, асалы ҡойроҡло, кәйелеп, шәп оса торған ҡош.
Файл:Карлугас.jpg
Ҡарлуғас
Сыйырсыҡтан бәләкәйерәк. Күмәкләшеп йөрөйҙәр. Ергә ҡунмайынса, бөтә ваҡыттарын һауала үткәрәләр. Ҡанаттары тар һәм оҙон, артҡараҡ ҡайырылып тора. Ҡойроғо бер аҙ ярылған. дөм ҡара, тамаһы һарғылт аҡ. Башҡа ҡарлуғастарҙан тигеҙ ҡара төҫлө булыуы менән айырылып тора.Сырылдаҡ тауыш сығара: "сриии-и-и, срии-и" Ояһы ҡая таштарҙа, кәрниздәрҙә, ағас ҡыуыштарында була, уны ҡара балсыҡтан һылап эшләй. Ояһының төҫө буй-ала. Ҡанатлы бөжәктәр менән туҡлана, уларҙы һауала ғына тота. Һыуҙы ла осоп барышлай ғына эсә. 2-3 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе аулап файҙа килтерә.
Ҡарлуғастың төрҙәре
- Ҡара ҡарлуғас
- Ауыл ҡарлуғасы
- Ҡала ҡарлуғасы
- Яр ҡарлуғасы
Донъяла барлығы 75 төрө билдәле.
Һылтанмалар
- Позвоночные животные России: Деревенская ласточка(недоступная ссылка) (рус.)
- Dewey, T. and C. Roth. 2002. «Hirundo rustica» (On-line), Animal Diversity Web (инг.)
- Ласточка деревенская 2009 йылдың 17 февраль көнөндә архивланған. (рус.)
{{|en}} {{|eo}} {{|fr}} {{|pt}} {{|sv}}