Ҡарһылыу (әкиәт)
Жанр үҙенсәлектәре
«Ҡарһылыу» урыҫ халыҡ әкиәте фольклористикала (рус.)баш. тәү сиратта тылсымлы әкиәт тип билдәләнә[2]. Уны был жанрға индерергә мөмкинлек биргән төп билдә — уның сюжеты: ҡарҙан яһалған ҡыҙҙың мөғжизәле йәнләнеүе һәм уның артабанғы иреүе тылсымдың сағылышы булып тора.
Шул уҡ ваҡытта тикшеренеүселәр башҡа жанр характеристикаларын да айырып күрһәтә. Әкиәттә социаль-көнкүреш һыҙаттары бар, сөнки унда балаһыҙ крәҫтиән парҙарының көнкүреше һүрәтләнә[3]. Әммә был аспект тылсымлы ваҡиғалар фонында икенсе дәрәжәле тип һанала. Йыл миҙгелдәренең алмашыныуы менән тығыҙ бәйле сюжет (ҡышҡыһын тыуыу һәм йылы килеү менән юғалыу) «Ҡарһылыу» ҙы тәбиғәт циклдарын аңлатҡан календарь-мифологик әкиәт тип классификациялауға мөмкинлек бирә[4].
Әкиәттең эшкәртелгән вариантын беренсе тапҡыр баҫтырып сығарған Александр Афанасьев классификацияһында (рус.)баш. ул «социаль-көнкүреш әкиәте» тип һанала. Халыҡ сюжеты нигеҙендә ижад ителгән һуңғы автор әҫәрҙәре үҙ жанр билдәләмәләрен алған. Мәҫәлән, А. Н. Островский үҙенең пьесаһын «яҙғы әкиәт» тип атаған[5].
Баҫылыуы
Ҡарһылыу образы славян халыҡ йолаһында теркәлмәгән, ләкин халыҡ фольклорында бар[6]. Рус фольклорында Ҡарһылыу — ҡарҙан яһалған, йән ингән ҡыҙ тураһында халыҡ әкиәте персонажы.
Сюжетын тәүге тапҡыр 1840 йылда М. А. Максимович «Киевлянин» альманахында баҫтыра[7]. «Ҡар ҡыҙын төньяҡ рус халыҡ фантазияһы тыуҙырған. Мин уның тураһында әкиәтте Мәскәүҙә ишеттем дә, уның эстәлегенә бер ни ҙә өҫтәмәйенсә, төп нөсхәнең әйтемдәрен һаҡлап, уҡыусыларыма яңынан хәтеремдә ҡалғанса һөйләнем», — тип билдәләп үтә[8].
Сюжетты бер бөтөн хикәйәләү әкиәте рәүешендә тәүге тапҡыр А. Н. Афанасьев баҫтырып сығара[9]. Әкиәт уның 1868 йылда сыҡҡан «Поэтические воззрения славян на природу» хеҙмәтенең икенсе томына инә[10]. Хеҙмәттең нәшерсеһе Козьма Солдатёнков була[11]. Афанасьев үҙенең хеҙмәтендә «Ҡарһылыу ҡарҙан тыуғанға күрә шулай тип атала» тип билдәләй.
Сюжеттары
Сюжеттарҙың сағыштырма күрһәткесендә 703-сө һанлы тора һәм ҡыҫҡа һүрәтләмә бирелә: ҡарт менән ҡарсыҡ ҡарҙан ҡурсаҡ әүәләй; ул терелә; йәйен ҡыҙ әхирәттәре менән урманға бара һәм ирей.
Ҡайһы бер әкиәттәрҙә Ҡарһылыу иремәй, ә уны үлтерәләр һәм ҡәберҙә ҡамыш үҫеп сыға, шунан һыбыҙғы яһайҙар. Ул үлтереүселәрҙе асыҡларға ярҙам итә, ә ватылған һыбыҙғынан тере ейәнсәр сыға. Был варианттар 780-се «Мөғжизәле һыбыҙғы» сюжеты менән ауаздаш.
Ҡасандыр Иван исемле крәҫтиән булған, ул ҡатыны Марья менән бик татыулыҡ йәшәгән, ти, ҡартаялар, әммә һаман да балалары булмай; шуға бик ҡайғыралар. Ҡыш килә, бик күп итеп йәш ҡар яуа… Улар ҡарҙан ҡурсаҡ эшләй башлайҙар. Иван ҡараһа, Ҡарһылыуҙың ҡулдары ла, аяҡтары ла, башы ла ҡыбырлай башлай. «Иван! — тип ҡысҡырып ебәрә Марья, — Хоҙай Тәғәлә беҙгә бала бирҙе бит!»[12]
.
Был әкиәттә, башҡа варианттарҙағы кеүек үк, әкиәт аҙағында Ҡарһылыу ирей. Э. В. Померанцева тарафынан 1948 йылда Ахлыстино ауылында (риүәйәтсе Е. И. Кононова) яҙып алынған әкиәт сюжетты башҡа төрлө үҫеш ала. Ҡар ҡыҙы күрше ҡыҙҙар менән урманға еләккә бара. Ҡыҙҙар, көнләшеп, уны үлтерәләр һәм ҡыуаҡ аҫтына күмеп, ботаҡ менән ҡаплайҙар. Ҡарт менән ҡарсыҡҡа ул урманда юғалды, тип әйтәләр. Улының үтенесен тыңлап, сауҙагәр Ҡарһылыуҙың ҡәберендәге сыбыҡты киҫеп ала һәм унан һыбыҙғы яһай. Кем һыбыҙғыла уйнай, уға былай тип йырлай, ти:
…Мине ике әхирәт үлтерҙе,
Ҡыуаҡ аҫтына күмделәр,
Һауытымды ярҙылыр,
Еләкте бүлешеп алдылар…
«Әхирәттәренең» береһенең ҡулына эләгә, ләкин һыбыҙғы уйнамай, Уны ергә ташлағас, унан тере Ҡарһылыу килеп сыға. Күрше ҡыҙҙарҙы урманға ҡыуып ебәрәләр[13].
«Ҡар ҡыҙы һәм төлкө» әкиәтендә (сюжет 171) героиня урманда аҙаша. Уға айыу һәм бүре осрай, ләкин уларҙың ярҙамынан баш тарта. Уны өйөнә төлкө алып килә. Рәхмәт йөҙөнән ҡыҙ уға тауыҡ һәм эт тултырылған тоҡ бирә. Төлкө, эттән ҡурҡып, урманға ҡаса[14].
Әҙәбиәттә
Әкиәттең сюжеты рус әҙәбиәтендә әүҙем урын алған. М. В. Елкина 703 вариантын В. И. Даль, А. Н. Островский, Ф. К. Сологуб, А. М. Ремизов, В. В. Хлебников, В. А. Каверин, А. Г. Алексин, К. Булычёв, С. А. Иванов, М. М. Бартенев әҫәрҙәрендә күҙәтә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Снегурочка - Русская народная сказка. Дети Онлайн. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июнь 2026.
- ↑ Русская народная сказка «Снегурочка». santyaguarundito.blogspot.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июнь 2026.
- ↑ Сказка «Снегурочка». ЯКласс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июнь 2026.
- ↑ Образ Снегурочки в русском фольклоре и русских сказках. Республиканский театр кукол г. Йошкар-Ола (23 декабрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июнь 2026.
- ↑ «Снегурочка» Островского. Фоксфорд.Учебник. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июнь 2026.
- ↑ Снегурочка#Dushechkina2003|Душечкина 2003
- ↑ Mykhaylo Maksymovych. Киевлянин (1840). — 1840.
- ↑ Максимович М.А. Киевлянин / издал Михаил Максимович. — Киев: Императорский университет Св. Владимира. В Университетской типографии, 1840. — С. 71. — 254 с.
- ↑ Снегурочка. Русская народная сказка. Лабиринт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июнь 2026.
- ↑ Афанасьев А. Н. Поэтические воззрения славян на природу. Том 2. (1868). www.booksite.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июнь 2026.
- ↑ Поэтические воззрения славян на природу. Т. 1. Президентская библиотека имени Б. Н. Ельцина. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июнь 2026.
- ↑ Афанасьев, 1994, с. 639–641
- ↑ «Русские народные сказки». / Составитель, автор предисловия и примечаний Э. В. Померанцева. Под общей редакцией В. И. Чичерова. — М.: Издательство Московского университета, 1957. — С. 71-73.
- ↑ Народные русские сказки А. Н. Афанасьева, Том 3 — М.: Гос. изд-во худож. лит-ры, 1957 — С. 462
Әҙәбиәт
- Елкина Мария Владимировна. Сказочный сюжет «Снегурочка» и его интерпретация русскими писателями. Автореферат диссертации по филологии, специальность ВАК РФ 10.01.09, Омск, 2009.
- Елкина Мария Владимировна. Фольклорный сюжет «Снегурочка» в русской поэзии // Наука о человеке: гуманитарные исследования. 2014. № 3 (17).
- Афанасьев Александр Николаевич (1826—1871). Поэтические воззрения славян на природу. — М.: Индрик, 1994. — Т. 2. — 784 с. — ISBN 5-85759-011-6. Архивная копия от 16 апрель 2015 на Wayback Machine
- Сюжет № 703*. «Снегурочка» // Сравнительный указатель сюжетов. Восточнославянская сказка
- Душечкина Е. В. Дед Мороз и Снегурочка // Отечественные записки (журнал, XXI век). — М., 2003.