Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһы
Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты (РХГИ ) — белем һәм тәрбиә биреүҙә милли-региональ компонентты эсенә алған дөйөм (урта) белем биреү учреждениеһы.
Тарих
1961 йылда халыҡ мәғарифы министры Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы башланғысы менән асыла.[1]
1965 йылда БАССР Министрҙар Советы ҡарары буйынса урта һынлы сәнғәт мәктәп-интернаты тип үҙгәртелә (РСХШИ).
1994 йылда Башҡортостан Министрҙар Советы 19.08.94 №293 күрһәтмәһе буйынса, башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусы хөрмәтенә, Дәүләткилдеев исеме бирелә.[2]
Уҡыусыларҙың һәм мәктәпте тамамлаусыларҙың ижади эштәре
Графика (акварель, гуашь, тушь, перо), һынлы сәнғәт (майлы буяу), туҡымаға һүрәт төшөрөү (батик), күлдәктәр тегеү, сигеү, ағасты һырлап киҫеү, скульптура һәм башҡалар.
Ҡыҙыҡлы факттар
- 2011 йылдың 11 ноябрендә РХГИ 50 йыллыҡ юбилейын билдәләне
Иҫкәрмәләр
- ↑ Гимназия тарихы
- ↑ Касим Салиаскарович Девлеткильдеев (Девлеткильев) на сайте «Артархив»(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
- Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 1 декабрь 2022)
- Муниципальное общеобразовательное учреждение Республиканская художественная гимназия-интернат им. 2013 йылдың 15 ноябрь көнөндә архивланған.К. Давлеткильдеева 2013 йылдың 15 ноябрь көнөндә архивланған. на сайте федерального портала «Российское образование»
- образованиероссии.рф(недоступная ссылка) — РХГИ на сайте «Образование России»