Ҡауҡылдаҡ ябалаҡ
Ҡауылдаҡ ябалаҡ (Длиннохвостая неясыть )(лат. Strix uralensis) - ябалаҡтар ғаиләһендәге ҡош.
Ҡылыҡһырлама
Ҡарғанан ҙурыраҡ. Осҡанда киң ҡанаттары һәм һалыныңҡырап торған оҙон ҡойроғо күҙгә ташлана, һырты аҡ һәм ҡара таптар, менән сыбарланған һарғылт һоро. Кәүҙәһенең аҫ яғы ҡара-көрән буй-буй таплы аҡһыл һоро. Күҙҙәре ҙур, ҡара төҫтә, һоро ябалаҡтан ҙурыраҡ булыуы һәм оҙон ҡойроғо менән айырыла.
Тауышы
Тауышы тоноҡ ҡына: «һу-һу-һу» йәки «һау-һау-һау». Эт өргән тауыш сығара. Ата ҡоштоң йыры("Һайрауы")"уув-ув-ув", инә ҡоштоҡо - "ыы-ыу-ыу-ыу"
Йәшәү рәүеше
Аралаш һәм ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Кимереүселәр, ваҡ ҡоштар менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ағас башында, ҡайПы ваҡыт ағас ҡыуышында була. 3—4 бөртөк аҡ йомортҡа һала'. Сысҡандарҙы ҡырып, бер аҙ файҙа килтерә.
Һылтанмалар
- Strix uralensis: информация на сайте Красной книги МСОП (инг.)
- База данных «Позвоночные животные России»: длиннохвостая неясыть 2021 йылдың 5 февраль көнөндә архивланған.
- Фауна Самарской Луки: Длиннохвостая неясыть(недоступная ссылка)