Ҡашаев Венер Миңлевәзир улы
Биографияһы
Венер Миңлевәзир улы Ҡашаев 1974 йылдың 16 мартында Өфө ҡалаһында тыуған.
1991—2001 йылдарҙа Бөтә Союз профсоюздар физкультура‑спорт йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә советы тәрбиәләнеүсеһе. Егетте тренеры Б. Д. Афанасьев оло спортҡа әҙерләй.
Тренеры Г. И. Алексеев әҙерлегендә Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай.
1991 йылда һәләтле егетте СССР йыйылма командаһына алалар. Ил тарҡалғас, 1992 йылда, Берләшкән Дәүләттәр Берлеге йыйылма командаһы составында ҡала.
1993—1997 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы.
1996 йылда ул еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры дәрәжәһенә өлгәшә.
Ҡаҙаныштары
- 3000 һәм 5000 м йүгереүҙә Рәсәй чемпионы (1994—96).
- Йәштәр араһында Европа кубогының көмөш призёры (1994),.
- 5000 м йүгереүҙә үҫмер спортсылар араһында Европа чемпионы (1993).
- 5000 м йүгереүҙә йәштәр араһында Рәсәй рекордсыһы (1994)[1].
Шулай уҡ ҡара
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ҡашаев Венер Миңлевәзир улы [1] 2016 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған.
Сығанаҡтар
- Кашаев Венер — Легкая атлетика. Энциклопедия. Том 1: А-Н
Һылтанмалар
- Ҡашаев Венер Миңлевәзир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 март 2019)
- Кашаев Венер [2] 2018 йылдың 18 апрель көнөндә архивланған.