Ҡотҡарыусы Христос ғибәҙәтханаһы (Уральск)
Ҡотҡарыусы Христос ғибәҙәтханаһы — Уральск ҡалаһында православие ғибәҙәтханаһы, 1891—1907 йылдарҙа Урал казак ғәскәренең Рәсәйгә хеҙмәтенең 300-йыллығына арналған. Уральск һәм Аҡтүбә епархияһына ҡарай.
Тарихы
1891 йылда Көнсығыштан Петербургҡа ҡайтып барышлай буласаҡ император Николай II ҡатнашлығында ғибәҙәтхананың нигеҙенә таш һалыу тантанаһы була. Проекттың авторы архитектор В. Н. Чагин. Ун алты йыл төҙөлгәндән һуң ғибәҙәтхана 1907 йылда изгеләндерелә. Совет осоронда бинала атеизм музейы урынлаша, ә бер көмбәҙе аҫтында планетарий ойошторола. 1990 йылдың ноябрь айында Христос ҡорамы Рус православие сиркәүенә ҡайтарып бирелә һәм һуңынан иғәнәләр ярҙамында ғибәҙәт ҡылыу өсөн яңынан үҙгәртеп ҡорола. Биҙәктәрен украин рәссамы А.Мензак башҡара.
Эшҡыуар Валерий Сурков аҡсаһына Мәскәүҙә эшләнгән Святослав исемендәге ҙур ҡыңғырау 1995 йылдың октябрендә ҡуйыла. Уральск халҡы Христос Ҡотҡарыусы ҡорамын «Алтын» тип атай.
Ҡорам эргәһендә ҡаланың иң боронғо йәкшәмбе мәктәбе эшләй.
Һылтанмалар
- * Описание храма на сайте Уральской и Гурьевской епархии 2011 йылдың 7 октябрь көнөндә архивланған.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |