Ҡуба (ҡала)
Ҡуба (Ҡуба; әзерб. Quba) — Әзербайжандың төньяғында урынлашҡан ҡала.
Ҡала майҙаны — 556 км².
Тарихы
Фаразлауҙар буйынса, хәҙерге ҡала урынында Кавказ Албанияһының Хобота антик ҡалаһы урынлашҡан[2][3]. Боронғо грек географы Птолемей Кавказ Албанияһының 29 ҡалаһы һәм ауылы араһында Хоботаны ла атай (бор. грек. Χοβωτα)[4][5].
Ҡуба XV быуатта нигеҙләнгән. 1735 йылда Гусейн Али-хан батша резиденцияһын Худаттан бында күсерә, һәм Ҡубаны Ҡуба ханлығының баш ҡалаһы итә. 1796 йылғы Урыҫ-Фарсы һуғышы барышында ваҡытлыса урыҫ ғәскәрҙәре яулап ала. 1806 йылда ҡабат урыҫ ғәскәре баҫып ала һәм 1813 йылғы Гөлистан тыныслыҡ килешеүе буйынса Рәсәйгә ҡала.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Мехмандарова Г. К., «Джума мечеть в Кубе.» 2021 йылдың 28 ғинуар көнөндә архивланған. Баку: Элм. — 1986. — 8,[1] с.: ил.- На рус. яз. — Российская Федерация. (инг.)
- ↑ William Hazlitt. The classical gazetteer: a dictionary of ancient geography, and profane. — Whittaker, 1851. — С. 108. — 378 с.
- ↑ Albania, Iberia, Colchis, Armenia, Mesopotamia, Babylonia, Assyria. 1965. Karl von Spruner.
- ↑ Борис Дмитриевич Греков, Аркадий Лаврович Сидоров. Исторические записки, Объемы 1-2 / Институт истории (Академия наук СССР). — Издательство Академии наук СССР, 1937. — С. 134.
- ↑ Известия / Академия наук Азербайджанской ССР. — Элм, 1990. — С. 141.