Ҡылйебәк
Ҡылйебәк — ҡылйебәктәр ғаиләһенә ҡараған паразит үҫемлек заты[1].
Таралышы
Ботаник яҙма
Ҡылйебәк тулыһынса тиерлек япраҡтарын һәм тамырҙарын юғалтҡан. Һабағы үрмәле, еп йәки бау һымаҡ, һарғылт, йәшкелт‑һары йәки ҡыҙғылт төҫтә, шыма йәки сөйәлле. Сәскәһе ваҡ, аҡһыл, алһыу, йәшкелт төҫтә, йомғаҡ, башаҡ йәки шар рәүешле сәскәлектәргә йыйылған. Июль—авг. сәскә ата. Емеше — 1—4 орлоҡло ҡумта. Карантин ҡый үләне. Ҡылйебәк хужа‑үҫемлектең туҡымаһына һурғыстары (гаусториялары) менән үтеп инә һәм уның һуты менән туҡлана, йыш ҡына үҫемлек һәләк була. Бесәнгә сабылған ҡылйебәк менән зарарланған үлән яй кибә һәм күгәрә, туҡлыҡлы булыуын юғалта; малда ауырыуҙар тыуҙыра[4]. Ҡылйебәк шулай уҡ үҫемлектәрҙең йоғошло ауырыуҙарын таратыусы булып тора. Клевер ҡылйебәге — аҙ йыллыҡ ҡый үләне. Клеверҙа, люцернала һ.б. паразит булып йәшәй. Орлоҡ аша (2,5 меңгә тиклем орлоҡ) үрсей[5].
Көрәш саралары
Үҫемлектәр карантины, сәсеү әйләнешен һаҡлау, орлоҡтарҙы таҙартыу, тупраҡты тәрән туңға һөрөп эшкәртеү, бөтә шытымдарын юҡҡа сығарыу һ.б.
Әҙәбиәт
- Миркин Б.М. Экология растительности сельскохозяйственных земель Башкирии. Уфа, 1990;
- Захаренко А.В., Кираев Р.С. Регулирование взаимоотношений культурных и сорных растений в агрофитоценозах. Уфа, 2000.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Статья о семействе «Повиликовые» 2007 йылдың 8 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ National Germplasm Resources Laboratory, Beltsville, Maryland
- ↑ Brummitt's Vascular Plant Families and Genera
- ↑ Повилика, описание. Архивировано 21 февраль 2012 года. 2012 йылдың 24 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ http://www.infoliolib.info/sprav/dal/01/1168.html Статья Повивать.
Һылтанмалар
- Ҡылйебәк GRIN сайтында мәғлүмәт (инг.) Проверено 26 октября 2008 г.
- Digital Atlas of Cuscuta (инг.) Проверено 26 октября 2008 г.
- Повилика на сайте USDA NRCS (инг.) Проверено 26 октября 2008 г.
- Повилика // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Ҡылйебәк — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә Проверено 26 октября 2008 г.
Ҡылйебәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.