Ҡырғыҙ аш-һыуы
Ҡырғыҙ аш-һыуы (рус. Киргизская кухня,ҡырғ. ҡырғыҙ ашканасы) — ҡырғыҙҙарҙың милли аш-һыуы. Башҡа күсмә төрки халыҡтарҙың аш-һыуына уның технологиялары, аҙыҡ-түлек ассортименты буйынса бик яҡын.
Төбәктәрҙәге айырмалыҡтар
Илдең көньяғында һәм төньяғында туҡланыуҙа ҡайһы бер айырмалыҡтар бар. Төньяҡ һәм көньяҡ ҡырғыҙҙарҙың традицион ризыҡтарында һәм өҫтөнлөк биреүҙәрендә был айырмалар территориаль бүленешкә, шулай ук төрлө халыҡтар менән күршелеккә бәйле. Төньяҡ өлкәләрҙә төп байрам ризығы — бишбармаҡ, шул ук ваҡытта көньяҡта күрше Азия халыҡтарынан алынған былауға өҫтөнлөк бирәләр. Сәйләүҙә лә айырма бар - төньяҡта һөтлө ҡара сәй популяр, самауыр менән эсеү ҙә киң таралған. Көньяҡта сәйгә һөт ҡушмайҙар, үзбәктәр кеүек йәшел сәй эсәләр. Ашамлыҡтарҙың башҡа төрҙәрендә лә айырмалыҡтар бар.
Ит
Файл:Мясо (кой эти).jpg
Ҡырғыҙҙар итте күп ҡуллана, (Көк-Мойнок, Ысыҡ-Күл)
Ит милли ҡырғыҙ аш-һыуында айырым урын алып тора. Тантаналар, дини йәки ғаилә байрамдары, табындары уңайынан тәкә һәм/йәки башҡа мал салына. Һарыҡ, һыйыр, йылҡы һәм як ите файҙаланыла, йылҡы ите иң яҡшыһы һанала. Таулы төбәктәрҙә аусылар кейек тә тоталар. Ҡырғыҙҙарҙың ит әҙерләү милли ысулдары төрлө һәм күсмә шарттар менән бәйле. Ит күп осраҡта һыуҙа бешерелә. Һарыҡ түшкәһе балта ҡулланмайса бысаҡ менән генә бүленә. Елекле һәр һөйәктең (ҡырғ. жилик, устукан) үҙ тәғәйенләнеше бар һәм ҡунаҡтарға дәрәжәһенә ҡарап һалына.
Икмәк һәм ҡамыр аштары
Һөт һәм һөтлө ризыҡтар
Иллюстрациялар
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Киргизская кухня», Борубаев, Т., Изд-во: ҡырғыҙстан, Фрунзе, 1982 г.
- ↑ Рецепт блюда на киргизском языке
Сығанаҡтар
- Ибрагимова С. Ш. Современная киргизская кухня. — Фрунзе: Главная редакция киргизской советской энциклопедии, 1991.
- Борубаев Т. Киргизская кухня. — Фрунзе: ҡырғыҙстан, 1982.