Ҡырҡҡолас
Таралыуы
Ҡырҡҡолас күберәк һыу баҫҡан туғайҙарҙа, яландарҙа, урман ситенде һ.б. ерҙәрҙә үҫә. Үҫемлек Евразия, Төньяҡ Американың уртаса климат зонаһында таралған.
Ҡулланылышы
Дарыу үләне. Уның тамырын көҙ йыялар, йыуып, киптереп ҡуялар. Ҡырҡҡолас сәйе, төнәтмәһе зарарлы бактерияларҙы үлтерә, ҡан, эс китеүҙе туҡтата. Амебалы дизентерия, эс ауырыуҙарынан, геморрой һәм инәлектән ҡан китеүҙән, тромбоздан ҡулланыла. Теш ҡаҙнаһы шешкәндә, тән бешкәндә, ҡайһы бер гинекологик сирҙәргә ҡаршы ла файҙаланыла.
Туберкулез сирлеләрҙең ауыҙынан ҡан килгәндә лә үләндең файҙаһы тейә.
Бал ҡорттары уның һутын йыя.
Мал аҙығы өсөн сәсеп үҫтереү яҡшы һөҙөмтә бирә.
Н. И. Анненков, Вилюй округында яҡуттар ҡырҡҡолас тамырын туңдырып, һөттә бешереп ашай, тип яҙған. Улар был ризыҡты «быта» тип атай икән.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |