Ҡыяуыҡ (Егән ҡушылдығы)

Ҡыяуыҡ (рус. Кияук, Кияукова) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районыдағы йылға, Егән йылғаһының һул ҡушылдығы. Йылғалар системаһы: Ҡыяуыҡ → Егән → АғиҙелКамаВолга[2]. Йылғаның оҙонлоғо 18 км. Һыуы биләгән майҙан 76,3 км²[3].

Ҡыяуыҡҡа Уҫы, Ҡарамалы йылғалары ҡоя.

Йылға башы урман биләмәһендә, Әхмәр һәм Барский урмандары араһында. Р-316 автомобиль юлы аша үтә.

Ҡыяуыҡ һәм Йәнырыҫ ауылдары Ҡыяуыҡ йылғаһы буйында ултыра. Йәнырыҫ ауылынан һуң йылғаның урыҫса атамаһы Кияукова[4]

Ҡыяуыҡ ауылына яҡын ғына йылғала быуа быуылған.

Атаманың килеп сығышы

Ҡыя — урыҫса 'косая, наклонная' тигәнде аңлата, -уыҡ — һөҙҙең суффиксы («Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлеге», 1980, С.100).

Иҫтәлекле урындары

Ҡыяуыҡ йылғаһы буйында Йәнырыҫ ауылы янында мамонт һөлдәһе — тештәре, метр ярым оҙонлоғондағы һуҡҡы тештәре (бивни) һәм башҡа һөйәктәре табыла. Был табылмалар ҡиммәтле экспонаттар булараҡ, Ишембай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына[5] тапшырыла.

Урындағы халыҡ әйтеүенсә, Екатерина II[6] заманындағы тәңкәләр ҙә табыла.

Топографик карта

  • Лист карты N-40-89. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1985 г. — верхнее течение
  • http://bashmap.narod.ru/N40/N-40-077.jpg, Лист карты N-40-77 Красноусольский. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1980 г. — среднее и нижнее течение

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр