Ҡыҙылса (ауырыу)

Ҡыҙылса (рус. Корь, лат. Morbillus) — кешенең киҫкен йоғошло ауырыуы.

Уны тыуҙырыусылар

РНК‑лы Morbillivirus төрө вирустары; түбән температураларҙа бер нисә ай буйы йәшәргә һәләтле, юғары температра, ҡояш яҡтыһы, дезинфекция саралары тәьҫирендә һәләк була. Вакцина эшләнмәгән мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың 100 % уны йоҡтора ала. Ауырыу һауа аша йоға; тыуҙырғыстары тын алыу юлдарының лайлалы тиресәләренән регионар лимфа төйөрҙәренә тарала, шунда үрсей, һуңынан ҡанға үтеп инә һәм эске ағзаларҙы, үҙәк нервы системаһын һ.б. зарарлай. Инкубация осоро 9—17 көн.

Төп симптомдары

Интоксикация, йүткереү, күҙҙең лайлалы тиресәһе гиперемияһы, ауыҙҙың лайлалы тиресәләрендә специфик сабыртма, тән тиреһендә тимгелле‑бөртөклө сабыртма барлыҡҡа килеүе һ.б. Диагностикалау өсөн эпидемиологик, клиник һәм лаб. тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре файҙаланыла. Дауалау медикаментоз, диета.

Өҙлөгөүҙәр

Пневмония, ларингит, энцефалит һ.б.

Иҫкәртеү

Актив һәм пассив иммунлаштырыу.

Ҡыҙылса (ауырыу) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

  1. Disease Ontology (ингл.) — 2016.
  2. Monarch Disease Ontology release 2018-06-29sonu — 2018-06-29 — 2018.

Категориялар