Ҡыҙ сатыр бәшмәге

Foodlogo3.svg

Ҡыҙ сатыр бәшмәге (лат. Macrolepiota puellaris) — базидиомицеттар класының агарик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк.

Таралышы

Европала һәм Алыҫ Көнсығышта таралған. Башҡортостан Республикаһы Белорет районының ылыҫлы һәм ылыҫлы-киң япраҡлы урмандарында августан алып сентябргә тиклем осрай. Аҙ билдәле, ашарға яраҡлы бәшмәк, аҙыҡ итеп сей көйө ҡулланыла. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ҡыҫҡаса һүрәтләмә

Эшләпәһенең диам. 4—7 см (ҡайһы берҙә 12‑гә тиклем), сатыр формаһында, сүсле, аҡ төҫтә (өлгөргән бәшмәктеке үҙәгендә һарғылт‑көрән), эре ысҡынмалы өсмөйөш һорғолт тәңкәләр м‑н. Пластинкалары ирекле, аҡһыл төҫтә. Һабы 7—16 см оҙонлоҡта, аҫҡы өлөшөндә ҡалынлығы 1,2—2,2, өҫкөһөндә — 0,6—1,0 см, аҡ төҫтәге ҡуласа менән. Итсәһе (бер аҙ торма еҫе сығып тора) һәм спора онтағы аҡ. Сапротрофтар.

Ҡыҙ сатыр бәшмәге // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр