Үрмәкәй (Свердловск өлкәһе)
Үрмәкәй (рус. Урмикеево) — Свердловск өлкәһенең Түбәнге Серге районында урынлашҡан тарихи башҡорт ауылы, Михайловск муниципаль берәмегенә керә.
Халыҡ һаны
Тарихы
1834 йылда үткәрелгән ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 20 йортонда 98 башҡорт йәшәгән[4]. 1850 йылғы ревизия 20 йортта 107, ә 1859 йылда 22 йортта 140 башҡортто теркәгән[4].
1755 йылда Үрмәкәй халҡы үҙ аҫаба ерен билдәле урыҫ сәнәғәтселәр ғаиләһе Строгановтарға һатыу сәбәпле, XVIII быуаттың уртаһынан алып ауылда йәшәүселәрҙең үҙ ере булмай[4].
Архив сығанаҡтарҙа шулай уҡ ауылда йәшәүселәрҙең хужалығы тураһында ла мәғлүмәт һаҡланған. Мәҫәлән, 1842 йылда ауылда йәшәүселәр 488 бот ярма икмәк сәскән[4].
Профессор Ә.З.Әсфәндиәров 1850 йылда үткәрелгән IX ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:
|
Башкиры д. Урмекеево по IX ревизии 1850 г.
|
Р.Р.Аҫылғужин фекеренсә Үрмәкәй ауылында башҡорт халҡының ҡошсо ырыуы вәкилдәре йәшәй[5].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, населенных пунктов Свердловской области по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года 2019 йылдың 7 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ 2002 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре базаһы 2018 йылдың 15 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 4 5 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.
- ↑ Башкиры Свердловской области: история и современное состояние этнической идентичности в полиэтничном окружении / P.P. Асылгужин. Уфа: «Хан», 2008. - 64 с.