Һарыбаш сәпсек

Һарыбаш сәпсек , һарыбаш кәмәрсек, һаҙ сәпсеге, туғай кәмәрсеге(урыҫ. желтоголовая трясогузка)(лат. Motacilla citreola) - сәпсектәр ғаиләһенән булған ваҡ ҡош

Ҡылыҡһырлама

Тур¬ғайҙан бәләкәйерәк. Оҙон ҡойроғон бәүелтеп йүгереп йө¬рөүсе ҡош. Башы һәм кәүҙәһенең аҫ яғы һары. Арҡаһы ҡуйы һоро. Ҡанаттары, ҡойроғо ҡара. Ҡанаттарында, ҡойроғоноң ике яҡ ситендә аҡ һыҙыҡтар бар. Инә ҡоштоноғораҡ төҫтә. Башҡа һары төҫө булған сәпсектәрҙән башы тигеҙ һары булыуы менән айырыла.

Тауышы

Тауышы яңғы¬рауыҡлы: «сиии-ли».

Йәшәү рәүеше

Еүеш болондарҙа, туғайҙарҙа, һаҙ¬лыҡтарҙа йәшәй. Бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһын ерҙә ҡора. Көрән таплы 4—5 бөртөк һарғылт зәңгәр йәки йәшкелт йомортҡаһы була.

Категориялар