Һары сәпсек

Һары сәпсек , һары кәмерсек(урыҫ.желтая трясогузка)- оҙон ҡойроғоң бәүелтеп йөрөүсе төҙөк кәүҙәле матур ҡош.

Ҡылыҡһырлама

Турғайҙан бәләкәйерәк. Ағас ботаҡтарына ла ҡуна. Түбәһе, елкәһе һоро, арҡаһы йәш¬келт һоро. Ҡанаттары, ҡойроғо ҡара-көрән. Ҡанаттарын¬да киң генә ҡара һыҙыҡтар бар, ҡойроғоноң ике яҡ ситенән аҡ һыҙыҡтар үтә. Кәүҙәһенең аҫ яғы сағыу һары. Инә ҡоштарҙың төҫө тоноғораҡ. һарыбаш сәпсектән һоро түбәһе, ә тау сәпсегенән тамағында ҡара тап булмауы менән айырыла.

Тауышы

Тауышы яңғырауыҡлы: «тсүйли».

Йәшәү рәүеше

Еүеш болондарҙа, туғайҙарҙа, һаҙлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө бө¬жәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ерҙә оялай. Ҡара һипкелле 5—6 бөртөк йәшкелт аҡ йо¬мортҡаһы була.

Галерея

Категориялар