Һупайҙы

Һупайҙы, ҫупайҙы, һупылдаҡ, һупылдаҡ ябалаҡ, һупа япалаҡ. (мохноногий сыч) (Aegolius funereus)

undefined

Ҡылыҡһырлама

Сыйырсыҡтан ҙурыраҡОсҡан -ҡоштоң оҙон ҡанаттары, ҡыҫҡа ҡойроғо күҙгә ташлана. Башы ҙур, йомро. Ҡолаҡтары юҡ. һырты эре аҡ таплы көрән. Ҡорһаҡ яғы буй-буй көрәнһыу ерән таплы һарғылт аҡ. Аяҡтары тырнаҡтарына тиклем йөн менән ҡапланған. Күҙҙәре һары. Байғоштан ҙурыраҡ* булыуы, асығыраҡ төҫө менән айырыла.

Тауышы

Тауышы көслө генә: «һуп-һуп-һуп» һәм «ва-ва-ва».

Йәшәү рәүеше

Аралаш һәм ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Сысҡандар, бөжәк¬тәр менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң генә таралған.

Ағас ҡыуыштарында оялай. 4—5 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Ҡоротҡостарҙы ҡырып, ҙур файҙа килтерә.

  • Шарлыҡ — һаҙлыҡтағы урман.

Әҙәбиәт

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.