Һыу башы

Һыу башы (инеш, сығанаҡ) — һыу ағымы (мәҫәлән, йылға һәм шишмә) баш алған урын. Географик картала сығанаҡ ғәҙәттә ябай нөктә менән күрһәтелә.

undefined

Тасуирламаһы

undefined

Башы, ҡағиҙә булараҡ, даими һыу ағымының йырҙаһы йәки йырҙала даими һыу ағымы барлыҡҡа килгән урынға тура килә.

Ғәҙәттә, һыу ағымы инеш булып боҙлоҡ ситенән, күлдән, һаҙҙан аға башлай. Һаҙлы йылғаларҙа инеше итеп даими йырҙаһы булған һыу ағымы күренгән урыны һанала.

Ҡушылдыҡлы йылғалар башы

Инештәре күп булған йылға системаһында төп һыу башы тамағынан иң алыҫ йәки һыуы күберәк булған сығанаҡ һанала. Йыш ҡына оло йылғаларҙың башы булып төрлө исемдәр йөрөткән ике йылға ҡушылған урын һанала. Мәҫәлән, Төньяҡ Двина йылғаһы Сухона һәм Юг ҡушылыуынан, Амур йылғаһы - Шилка һәм Әргүн (Аргунь) ҡушылыуынан, һәм Обь йылғаһы - Бия һәм Катунь ҡушылыуынан барлыҡҡа килә. Был осраҡта йылғаның гидрографик оҙонлоғо тураһында һөйләгәндә, төп йылғаға ҡушылдыҡтарының иң оҙононоң буйы ҡушып һанала.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Категориялар