Һәр ваҡыт булһын ҡояш
Һәр ваҡыт булһын ҡояш (рус. Пусть всегда будет солнце; беренсе юлдары «Солнечный круг, небо вокруг…»[2]) — Лев Ошанин һүҙҙәренә Аркадий Островский яҙған рус телендә йыр.
Беренсе тапҡыр йыр 1962 йылдың июлендә Бөтә Союз радиоһында яңғырай. Уны «Хәйерле иртә!» тапшырыуында Майя Кристаллинская башҡара. Тамара Миансарова тарафынан үҙгәртелгәнерәк өлгөһө донъяла киң билдәле булып китә. Уның башҡарыуында йыр Хельсинкила үткән VIII Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә (27 июль — 5 август 1962 йыл) һәм Сопот Халыҡ — ара йыр фестивалендә (1963) еңеү яулай[3].
Йырҙың тарихы
Шағир Лев Ошанин йырҙың һүҙҙәрен рәссам Николай Чарухиндың «Һәр ваҡыт булһын һауа! Һәр ваҡыт булһын ҡояш!»[4][5] (Островскийҙың улы Михаил әйтеүенсә, плакатты атаһы күрә һәм, уны «ул йырҙың әҙер көйө» тип баһалап музыка ижад итә һәм Ошанинға шылтырата)[3]. Чарухин 1961 йылда был плакатты дүрт йәшлек Кости Баранниковтың дүрт юллыҡ шиғырынан тәьҫирләнеп яҙа. Балаға «һәр ваҡыт» нимә икәнен аңлаталар:
Пусть всегда будет солнце,
Пусть всегда будет небо,
Пусть всегда будет мама,
Пусть всегда буду я.
Был дүрт юллыҡ шиғыр 1928 йылда уҡ «Родная язык и литература в трудовой школе» журналында балалар психологияһын өйрәнеүсе К.Спасская мәҡәләһендә баҫылып сыға. Һуңынан был шиғырҙар К. Чуковскийҙың «От двух до пяти» китабына эләгә, һәм шиҡырға рәссам иғтибар итә[2].
Тәүге тапҡыр йыр йәкшәмбе «С добрым утром!» радилтапшырыуында башҡарыла[3].
Башҡа факттар
1963 йылда Мәскәүҙә үткән Бөтә донъя ҡатын-ҡыҙҙар конгресында ҡатнашыусыларға йырҙың һүҙҙәрен туған телдәрендә бирәләр, бөтә зал йырға ҡушылып йырлай[3].
1964 йылда Бьорн Ульвеус Һәм Hootenanny Singers төркөмө швед һәм инглиз телдәрендә (диңгеҙ сәйәхәте һәм айырылыу тураһында текст) Шул уҡ көйгә яҙылған Һәм Скандинавия илдәрендә Хит булған Gabrielle йырын (Hootenanny Singers II альбомы) сығара. Авторҙарын Stig Росснер һәм Бенгт Томас тип күрһәтәләр[6][7].
1967 йылда йыр һүҙҙәрен капсула эсенә һалып, Суджук маяғы районында Ҡара диңгеҙ төбөнә төшөрәләр. 2017 йылда капсуланы күтәреү һәм асыу өсөн уның вариҫтарына мөрәжәғәт итәләр[2].
2023 йылдың июлендә Артекта «Морской» лагерында постаментына: «Һәр ваҡыт ҡояш булһын» тигән яҙыу уйып яҙылған Саманта Смит һәйкәле асыла[8].
Йырҙың ремиксы Warpath мобиль уйынының 5 минутлыҡ трейлеры өсөн алына[9].
Башҡорт телендәге тексты Сафуан Әлибаев ижад иткән.
|
|
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ Островский Аркадий. records.su. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2025.
- ↑ 1 2 3 Островский — композитор, который убаюкивал всех советских малышей. РИА Новости (25 февраль 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2026.
- ↑ 1 2 3 4 Светлана Самоделова. Сын композитора Островского рассказал о создании знаменитых «Трололо» и гимна «Песни года». MK.RU (6 октябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2025.
- ↑ Чарухин Николай Петрович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2014. Архивировано 29 ноябрь 2014 года.
- ↑ Плакат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 май 2017. Архивировано 1 июль 2017 года.
- ↑ Hootenanny Singers - Hootenanny Singers Bästa. Discogs. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 декабрь 2016. Архивировано 10 август 2018 года.
- ↑ Discogs.com: Hootenanny Singers — «Hootenanny Singers II» (1964, LP). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 август 2012. Архивировано 3 май 2012 года.
- ↑ В «Артеке» открыли памятник Саманте Смит. Министерство просвещения Российской Федерации (21 июль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2025.
- ↑ arsherkao. WARPATH "SHOWDOWN", analysis of creative ideas (ҡыт.). www.bilibili.com. — Интервью режиссера и сценариста ролика. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 май 2021. Архивировано 5 май 2021 года.
Әҙәбиәт
- Соболева, Галина. Жизнь в песне. Аркадий Островский. — М.: Мелодия, 1971. — 83 с.