Һөйрәлеүселәр
Һөйрәлеүселәр | |||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||||
Бүлендек таксондар | |||||||||||||||||||||||
Хәҙерге отрядтар
| |||||||||||||||||||||||
|
Һөйрәлеүселәр (рептилиялар — лат. Reptilia) — гөбөргәйелдәр (ташбаҡалар), крокодил, суҡышбашлылар, тәңкәлеләрҙе (кәҫәртке һәм йыландар) берләштергән умыртҡалы хайуандар класы.
XVIII—XIX быуаттарҙа амфибиялар төркөмөнә һалҡын ҡанлы ҡоро ер умыртҡалылары ( хәшәрәттәр) берләштерелә.
Дөнъяла һөйрәлеүселәрҙең 9400 (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 11 570) төрө билдәле[1], Рәсәйҙә 72 (77) төр тереклек итә.[2][3]
Динозаврҙар – боронғо һөйрәлеүселәрҙең вәкиле. Мезозой осоронда һөйрәлеүселәрҙең өҫтөнлөк итеү осоро булған. Улар йәшәү мөхиттәренең барлыҡ төрҙәрендә лә тиерлек киң таралған. Ҡоро ерҙе, диңгеҙҙе, ер- һауаны яулап алған. Экосистемаларҙың барыһында ла һөйрәлеүселәр өҫтөнлөк иткән. Шуға ла, мезозойҙы һөйрәлеүселәр эраһы тип атайҙар.
Аҡбур осоронда күп һөйрәлеүселәр юҡҡа сыҡҡан. Хәҙерге заман рептилиялары шул замандан ҡалған һөйрәлеүселәрҙең айырым төрҙәре.
Рептилиялар 260 миллион йылдар элек барлыҡҡа килгән. Улар – ер йөҙөндәге беренсе умыртҡалы хайуандар. Йылы урындарҙы һәм уртаса климатты яраталар, Ер йөҙөндә Антарктиданан башҡа барлыҡ урында йәшәйҙәр. Ҡайһы бер төрҙәр ерҙә йәшәһә, башҡалары һыуҙа йәшәүҙе хуп күрә.
Рептилиялар – һалҡын ҡанлы умыртҡалы хайуандар. Тиреләре ҡоро, тышҡы яҡтан мөгөҙ тәңкәләр менән ҡапланған. Тире биҙҙәре, ҡағиҙә булараҡ юҡ, үпкә менән һулыш алалар.
Баш мейеһенең төҙөлөшө ер-һыу хайуандарына ҡарағанда ҡатмарлылаҡ. Алғы мейе ярымшарҙарында мейе ҡабығы була. Бүлеп сығарыу ағзалары – бөйөрҙәр.
Тән температураһы даими түгел, шуға уларҙың әүҙемлеге тирә-яҡ температураһына бәйле. Кәлтә, йылан кеүек һөйрәлеүселәрҙең тәне – тиреле япма, крокодил һәм ташбаҡаныҡы эзбиз ҡабырсаҡ менән ҡапланған.
Һөйрәлеүселәрҙең күбеһе — йыртҡыстар йәки бөжәк ашаусылар. Ә ҡоро ер ташбаҡалары үҫемлек менән туҡлана. Һөйрәлеүселәр араһында йыландарҙың (шулай уҡ, ҡайһы бер кеҫәрткеләрҙең)ғына ослоҡтары юҡ. Башҡа һөйрәлеүселәрҙең икешәр пар ослоҡтары һәм һәр ослоҡта тырнаҡлы бишәр бармағы бар.
Рептилиялар дүрт отрядҡа бүленә: тәңкәлеләр, ташбаҡалар, крокодилдар һәм суҡышбашлылар.
Ер-һыу хайуандары менән сағыштырғанда, рептилиялар хәрәкәтсәнерәк, әүҙемерәк һәм тайга урмандарынан алып сүллектәргә, тропиктарға ҡәҙәр йәшәргә яраҡлашҡан.
Быға уларҙың мөгөҙ матдәнән торған тәңкәләр менән ҡапланған һәм кибеүҙән һаҡлаған ҡоро тиреһе, тиҙ хәрәкәтләнеүгә яйлашҡан ослоҡтары, бармаҡ остарында төрлө өҫлөктәрҙә хәрәкәтләнергә мөмкинлек биреүсе тырнаҡтары булышлыҡ итә. Шулай уҡ уларҙың ослоҡтары оҙон. Үпкәләренең эске йөҙө күҙәнәкле төҙөлөшлө. Шуға ла, газдар алмашына торған өҫлөк ҙурая. Ҡандың кислородҡа байыу процесы камилыраҡ була
Тышҡы төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һөйрәлеүселәр ҡоштар һәм һөтимәрҙәр менән бер рәттән юғары төҙөлөшлө умыртҡалы хайуандарға — амниоттарға ҡарай. Дөйөм алғанда, уларҙың үҙҙәренә генә хас төҙөлөш үҙенсәлектәре бар, әммә ябай амфибия һыҙаттары ла эйәләр.
Тән япмаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хәҙерге һөйрәлеүселәрҙең тышҡы тиреһе ҡалынайыу һәм мөгөҙләнең һөҙөмтәһендә тәңкәләр йәки ҡалҡандар барлыҡҡа килтерә. Кеҫәрткеләрҙә тәңкәләре хәтерләткән тәңкәләре бер-береһенең ситтәрен ҡаплап тора. Ташбаҡаларҙа ҡалҡандар ситтәре менән ҡушылып тоташ панцирь барлыҡҡа килтерә. Мөгөҙ япмаһының алмашыныуы күп төрҙәрҙә йылына бер нисә тапҡыр була.
Тығыҙ һәм ҡоро тирелә еҫ биҙҙәре бар.Лайлалы биҙҙәр юҡ — һөйрәлеүселәрҙең тиреһе ҡоро, шыма тәңкәләр уларға хас ялтырауыҡ бирә.
Тиренең эске ҡатламының тышҡы өлөшөндә йыш ҡына махсус күҙәнәктәр — хроматофорҙар була. Был күҙәнәктәрҙә пигменттар: меланиндар һәм каротеноидтар етештерелә. Шулай уҡ хроматофорҙарҙа яҡтылыҡты сағылдырыуға һәләтле гуанин бар. Хроматофорҙар арҡаһында ҡайһы бер һөйрәлеүселәр сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тән төҫөн үҙгәртә ала. Хамелеондар — оҡшаш һәләткә эйә булған иң билдәле вәкилдәр.
Эске төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һөлдәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һөйрәлеүселәрҙең үҙәк һөлдәһендәге бүлектәр амфибияларҙыҡына ҡарағанда асығыраҡ. Умыртҡа һөйәгенең биш өлөшө яҡшы беленеп тора: муйын (лат. cervicalis), кәүҙә (күкрәк - бил, pars thoracolumbalis), бил, һигеҙгүҙ (pars sacralis) һәм ҡойроҡ (pars caudalis).
Һөйрәлеүселәр өсөн үҙәк һөлдәһенә түбәндәге төҙөлөш хас.
Умыртҡаларының дөйөм һаны төрлө төрҙәрҙә (50-80, йыландарҙа 140-435-кә тиклем арта) ныҡ ҡына айырыла. Муйын умыртҡаларының (7-нән алып 10-ға тиклем) ике алғыһы (атлант һәм эпистроф) башты вертикаль яҫылыҡта хәрәкәт иттереү генә түгел, ә боролош яһау мөмкинлеген биргән быуын барлыҡҡа килтерә.
Кәүҙә бүлегендә 16-нан 25-кә тиклем умыртҡа бар. Уларҙың һәр береһенең парлы ҡабырғалары бар. Ҡабырғаларҙың тәүге бер нисә пары күкрәк һөйәгенә беркетелеп күкрәк ситлеге төҙөй (йыландарҙа юҡ). Һигеҙгүҙҙә ике умыртҡа һөйәге генә бар. Уларҙың киң арҡыры үҫентеләре таз менән тоташҡан.Ҡойроҡ өлөшө әкренләп кесерәйә барған бер нисә тиҫтә умыртҡанан тора (15-40) тора. Аҙаҡҡы ҡойроҡ умыртҡалары— ҙур булмаған таяҡ рәүешле һөйәктәр.
Һөйрәлеүселәрҙең ҡайһы бер төркөмдәрендә үҙәк һөлдә төҙөлөшөндә айырмалары бар. Йыландарҙа умыртҡалыҡ аныҡ ҡына кәүҙә һәм ҡойроҡ өлөштәренә бүленә, күкрәк һөйәге юҡ.
Гөбөргәйелдәргә (ташбаҡаларға) хас билдә — һөйәк-мөгөҙ матдәнән йәки һөйәк-тиренән яһалған панцирҙары булыу. Ул арҡа ҡалҡанынан һәм ҡорһаҡ ҡалҡанынан тора.
Панцирь һөлдәнең киңәйгән һөйәктәренән төҙөлгән. Ҡурҡыныс тыуһа, гөбөргәйел башын, аяҡтарын һәм ҡойроғон панцирь эсенә тартып ала йәки уның сығынтылары аҫтына йәшерә. Панцирь бик ныҡ булғанлыҡтан, бындай хәлдә гөбөргәйел дошмандарынан яҡшы һаҡлана.
Гөбөргәйелдәрҙең суҡышҡа оҡшаған яңаҡтары мөгөҙ матдәнән торған пластинкалар менән ҡапланған һәм унда тештәр булмай. Умыртҡалыҡтарының муйын һәм ҡойроҡ бүлектәре хәрәкәтсән, ә башҡа бүлектәре панцирҙың арҡа ҡалҡанына тоташып үҫә.
Һөйрәлеүселәрҙең баш һөлдәһе амфибияларҙыҡына ҡарағанда нығыраҡ һөйәкләләнгән. Тик еҫ һиҙеү капсулаһында һәм ишетеү зонаһында ғына бер аҙ. кимерсәк бар.
Баш һөлдәһенең төп (мейе ҡумтаһы) һәм бит ( висцераль) өлөштәре эмбриональ дәүерҙә айырым барлыҡҡа килә, әммә өлкәндәрҙә берҙәм формаға күсәләр. Баш һөлдәһе составына кимерсәк ( беренсел) һәм күп һанлы япма (икенсел) һөйәктәр инә.
Алғы ослоҡтар билбауы амфибияларҙыҡына оҡшаш. Әммә нығыраҡ һөйәкләнеүе айырыла.
Һөйрәлеүселәрҙең ирекле алғы ослоҡтар һөлдәһе өс бүлектән тора: ҡулбаштан, беләктән (ҡушар) һәм ослоҡ суғы (беләҙек, ус һәм бармаҡ фалангаһынан) тора.
Ирекле артҡы ослоҡтар өс бүлектән: бот, енсек (ҙур һәм кесе сираҡ һөйәктәре) һәм кәтмәндән (бәшәләй, туларһыҡ ) тора. Ослоҡтарҙың барыһында ла бармаҡтары 5-әр һәм осло тырнаҡтар менән тамамлана.
Мускулдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һөйрәлеүселәрҙең мускул системаһы сәйнәү, муйын мускулдарҙан, ҡорһаҡ мускулдарынан, шулай уҡ бөгөүсе һәм турайтыусы мускулдарҙан ғибәрәт. Амниоттарға хас ҡабырға-ара мускулдар бар. Улар һулыш алыу актында мөһим роль уйнай. Тире аҫты мускулдары тиреләге мөгөҙ тәңкәләрҙең торошон үҙгәртергә мөмкинлек бирә.
Хәҙерге һөйрәлеүселәрҙең тән (соматик) мускулдарының энергия менән тәьмин ителеше башлыса глюкозаның анаэроб тарҡалыуы менән бәйле. Яҡынса мускул сүстәрененең 50... 75 проценты анаэроб шарттарҙа (кислород ҡатнашлығынан тыш) эшләүгә яраҡлашҡан.
Бындай матдәләр алмашыныуы уларға йылы ҡанлы хайуандар кеүек ҡыҫҡа арауыҡтарҙа ла тиҙ йөрөргә мөмкинлек бирә. Мускулдарҙың ҡыҫҡарыу көсөн тағы ла нығыраҡ тәьмин итә. Ә күп төркөмдәрҙә реакцияның көсөргәнешлеге тән температураһына бик ныҡ бәйле түгел.
Әммә мускулдарҙың анаэроб режимында 1-2 минут көсөргәнешле эшләгәндән һуң, унда һөт кислотаһы йыйыла, Был мускулдарҙың арыуына һәм ҡандағы рН-тың үҙгәреүенә килтерә. Һөҙөмтәлә, күпмелер тиҙ йүгереүҙән һуң һөйрәлеүселәр мускулдарҙа тупланған һөт кислотаһының тарҡалып бөткәнсе , бер нисә минуттан алып бер нисә сәғәткә тиклем әүҙемлек күрһәтә алмай тиерлек. [4] Эрерәк хайуандар мускулдарында һөт кислотаһы йыйылыуға оҙағыраҡ түҙеп торорға һәләтле була.
Крокодилдар иҫ киткес анаэроб һәләткә эйә. Улар ҡандарында рН-тың 6,42-гә тиклем һәм түбән төшөүенә түҙә ала[5]..
Хәҙерге һөйрәлеүселәрҙең ҡайһы берҙәре, атап әйткәндә, варандар һәм тиреле ташбаҡалар был ҡағиҙәнән ситләшә: әүҙемлек осоронда уларҙың метаболик тиҙлеге массалары бер сама булған йылы ҡанлы хайуандың әүҙемлегенең яртыһынан күберәгенә етергә мөмкин. Һәм улар күберәк аэроб матдәләр алмашыныуына таяналар. [6]
Нервы системаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күпселек ахордалы хайуандар кеүек үк, һөйрәлеүселәрҙең үҙәк нервы системаһында баш (5 бүлек) һәм арҡа мейеһенён тора.
Баш мейеһе мейе ҡумтаһы эсендә урынлашҡан. Һөйрәлеүселәрҙең мейеһен амфибияларҙыҡынан айырып торған ҡайһы бер мөһим һыҙаттар бар. Баш мейеһендәге тигеҙлек һаҡлау һәм хәрәкәттәрҙе координациялау менән идара итеүсе кесе мейе ер-һыу хайуандарыныҡынан көслөрәк үҫешкән. Был һөйрәлеүселәрҙең хәрәкәтсәнерәк булыуына һәм хәрәкәттәренең күп төрлөлөгөнә бәйле.
Һөйрәлеүселәрҙең баш мейеһе мейеһенең биш бүлектән тора:
- Алғы мейе ике ҙур ярымшарҙан тора. Ҙур ярымшарҙарҙың өҫтө бөтөнләй шыма. Ярымшарҙарҙың церебраль көмбәҙендә беренсел көмбәҙ — ярымшарҙар түбәһенең күп өлөшөн биләгән архипаллиум һәм мейе ҡабығының башланғысы (неопаллий) урынлашҡан.
- Аралыҡ мейеһе алғы һәм урта мейе араһында урынлашҡан. Өҫкө өлөшөндә — эпифиз, ә аҫҡы яғында гипофиз урынлашҡан. Күпселек кеҫәрткеләр һәм гаттериялар (шулай уҡ юҡҡа сыҡҡан формалар кеүек үк) эпифиз эргәһендә париеталь (түбә) күҙ үҫешә,Әммә крокодилдарҙа был ике ағза ла юҡ. Аралыҡ мейеһенең төбөн күреү нервылары һәм уларҙың киҫеше (хиасма) биләй.
-Урта мейе ике ҙур алғы убалар - күреү өлөшөнән, шулай уҡ ҙур булмаған артҡы убаларҙан ғибәрәт. Күреү ҡабығы амфибияларға ҡарағанда нығыраҡ үҫешкән.
-Кесе мейе оҙонса мейенең алғы яғын ҡаплап тора. Ул амфибияларҙыҡына ҡарағанда күпәкә нығыраҡ үҫешкән.
Оҙонса мейе вертикаль яҫылыҡта бөгөлө барлыҡҡа килтерә. Был барлыҡ амниоттарға хас билдә булып тора.
Баш мейеһенән 12 пар баш мейеһе нервылары айырылып китә. Арҡа мейеһендә аҡ һәм һоро матдәгә бүленеү амфибияларҙыҡына ҡарағанда анығыраҡ күренә.
Арҡа мейеһенән сегменталь арҡа мейе нервылары сығып китә. Улар ҡулбаш һәм таз нервы сырмалсығын барлыҡҡа килтерә.
Автоном (вегетатив) нервы системаһы (симпатик һәм парасимпатик) нервы төйөндәренең парлы сылбыры рәүешендә төҙөлгән.
Һиҙеү ағзалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һөйрәлеүселәрҙең алты 8иҙеү ағзаларыо бар. Уларҙан иң мөһиме күреү һәләте.
Күреү ағзалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күҙҙәр, амфибияларҙыҡына ҡарағанда ҡатмарлыраҡ төҙөлгән: склерала йоҡа һөйәк пластиналар ҡулсаһы урынлашҡан; күҙ алмаһының артҡы стенаһынан быяла тәнгә инеп торған тараҡ формаһындағы үҫенте сыға; керпексә тәндә арҡыры һыҙатлы мускулдар барлыҡҡа килә. Был күҙҙең яҫмығын (линзаны) хәрәкәткә килтереүҙән тыш, уның формаһын да үҙгәртергә мөмкинлек бирә. Аккомодация процесында күҙҙең үткерлеген көсәйтә, әйберҙе анығыраҡ күрергә мөмкинлек бирә. Күреү ағзалары ҡоро ерҙә йәшәүгә яраҡлашҡандар. Күҙ йәше биҙҙәре күҙҙәрҙе кибеүҙән һаҡлай. Тышҡы күҙ ҡабаҡтары һәм йомғос мембрана күҙҙе һаҡлау функцияһын үтәй. Йыландарҙа һәм ҡайһы бер кеҫәрткеләрҙә күҙ ҡабаҡтары кушылып үҫә һәм үтә күренмәле була. Күҙҙең селтәрле мөгөҙсәһендә таяҡсалар ҙа, колбочкалар ҙа булырға мөмкин. Төнгө төрҙәрҙә колбочкалар юҡ.
Күпселек көндөҙгө төрҙәрҙә төҫ күреү диапазоны спектрҙың һары-ҡыҙғылт һары өлөшөнә күскән. Күҙҙәренең ҡараһы йышыраҡ түңәрәк йәки вертикаль тишек рәүешендә (бесәйҙәге кеүек). Амфибияларҙа киң таралған горизонталь тишек формаһындағы күҙ ҡараһы һөйрәлеүселәр араһында бик һирәк осрай, мәҫәлән, үңәҙ йыландарҙа (плетевидные змеи). Ҡайһы бер төрҙәрҙә һаҡланып ҡалған париеталь (түбә, йәки өсөнсө күҙ) күҙ арауыҡта юҫыҡланыу, шулай уҡ организмдың көн һәм төн алмашыныуына бәйле циркадий ритмдарын синхронлаштырыу өсөн бик тә мөһим. Әммә уның функциялары тулыһынса асыҡланып бөтмәгән.
Еҫ һиҙеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һөйрәлеүселәрҙә еҫ һиҙеү бик яҡшы үҫешә һәм уның әһәмиәте буйынса күреү һәләтенән генә ҡалыша.
Еҫ һиҙеү ағзаһы эске танау —хоандар һәм воморонасаль ағзанан ( ҡайһы бер умыртҡалыларҙың еҫ һиҙеү системаһының өҫтәмә периферия бүлеге;енси ҡылыҡтарҙы көйләүҙә мөһим роль уйнай ) ғибәрәт.
Танау ҡыуышлығының алғы өлөшө еҫ һиҙеүсе эпителий майҙанын арттырыусы ҡатлы-ҡатлы йыйырсыҡтар һәм бөрмәләрҙән тора. Хоандарҙан алдараҡ соҡор урын бар — якобсон ағзаһы. Уның рецепторҙары ауыҙҙағы аҙыҡтың еҫен ҡабул итә.
Амфибиялар төҙөлөшө менән сағыштырғанда, уларҙа хоандар йотҡолоҡҡа яҡыныраҡ урынлашҡан. Был аҙыҡ ауыҙҙа булғанда иркен һулыш алырға мөмкинлек бирә.
Еҫ һиҙеү амфибияларҙыҡына ҡарағанда яҡшыраҡ үҫешкән. Шуға күрә күп кеҫәрткеләр ҡом аҫтында 6-8 см тәрәнлектә ятҡан аҙыҡты ла таба алалар.
Тәм һиҙеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тәм һиҙеү — тәм һиҙеү рецепторҙары башлыса тамаҡта урынлашҡан.
Термолокация[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Термаль һиҙгерлек ағзаһы баштың һәр яғында күҙ менән танау араһындағы бит соҡоронда урынлашҡан. Айырыуса йыландарҙа үҫешкән. Соҡорбашлы йыландарҙа термолокаторҙар хатта термаль нурланыш сығанағының йүнәлешен дә билдәләргә мөмкинлек бирә. Тупраҡ аҫтында тәрәндә тереклек иткән йәки ҡайһалыр боҫоп ятҡан имеҙеүселәр мөхиттә хатта 0.1°С.айырма бирһә лә, уларҙы тән йылылығы буйынса таба алалар.
Ишетеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ишетеү ағзаһы тәлмәрйендәрҙең ҡолаҡтары төҙөлөшөнә яҡын, уларҙың да эске һәм урта ҡолаҡтары бар. Урта ҡолаҡта барабан ярыһы, ишетеү һөйәге бар һәм тамаҡ өҫтө менәневстахий көпшәһе аша тоташҡан.
Һөйрәлеүселәр тормошонда ишетеү роле сағыштырмаса ҙур түгел. Бигерәк тә ҡолағы булмаған һәм ерҙә йәки һыуҙа таралған тирбәлеүҙәр буйынса юҫыҡланыу бик яҡшы үҫешкән йыландарҙа ишетеү һәләте көсһөҙ.
Һөйрәлеүселәр өндәрҙе 20-6000 Гц диапазонында ҡабул итә. Әммә күбеһе 60-200 Гц диапазонында ғына (крокодилдарҙа 100-3000 Гц) яҡшы ишетелә.
Тейеп һиҙеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һөйрәлеүселәрҙә тейеп һиҙеү яҡшы үҫешкән. Гөбөргәйелдәр ҡалҡандарына көсһөҙ генә ҡағылыуҙы ла һиҙәләр.
Кеҫәрткеләрҙең күбеһендә мөгөҙләнгән тире күҙәнәктәре ҡалдыҡтарынан торған һәм мөгөҙ тәңкәләренең ситендә урынлашҡан тактиль «төксәләре» бар.
Йыландарҙың һәм кеҫәркеләрҙең хәрәкәтсән айырсалы телдәре бер ыңғай тейеп һиҙеү, еҫ һиҙеү, тәм һиҙеү ағзалары булып тора.Шулай уҡ, температура "үлсәгестәре" лә булып тора.
Һулыш системаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һөйрәлеүселәргә һауаны һурып алыу юлы менән тын алыу хас. Улар быны күкрәкте киңәйтә ҡабырға-ара һәм ҡорһаҡ мускулдары ярҙамында башҡара. Тамаҡ аша үтеп һауа трахеяға (ҡурылдыйға)— оҙон тын алыу көпшәһенә инә, артабан унан айырылып киткән бронхтар буйлап үпкәгә килә.
Амфибиялар кеүек үк, һөйрәлеүселәрҙең үпкәһе моҡсай формаһында, әммә эске майҙаны ундағы кәрәҙ һымаҡ бөрмәләр арҡаһында күпкә ҙурыраҡ һәм ҡатмарлыраҡ .
Примитив төҙөлөшлө төрҙәрендә, мәҫәлән, гаттерияла, кәрәҙҙәр төҙөлөшө һиҙелерлек ябайыраҡ, күпселек тәңкәлеләрҙә уртаса булһа ла, крокодилдарҙа, күп кенә ташбаҡаларҙа һәм эре йыландарҙа үпкәләр бик юғары төҙөлөшкә эйә.
Тиреләре мөгөҙ көп менән ҡапланғанлыҡтан һөйрәлеүселәрҙең тире аша һулыш алыуы мөмкин түгел (йомшаҡ тәнле ташбаҡаларҙан һәм диңгеҙ йыландарынан тыш), шуға үпкәләре — берҙән-бер һулыш алыу ағзалары.
Һыуҙа тереклек иткән төрҙәр атмосфера һауаһын ҡулланмайынса оҙағыраҡ булыуөсөн махсус адаптацияларға эйә. Мәҫәлән, диңгеҙ йыландарында —был ауыҙ ҡыуышлығының лайлалы тиресәһе, ә ташбаҡаларҙа — һыуҙан кислород йотоуға һәләтле ауыҙ ҡыуышлығы һәм махсус аналь моҡсайҙары.
Ҡан әйләнеше системаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Амфибияларҙыҡы кеүек, һөйрәлеүселәрҙең күбеһенең өс камералы йөрәге бар: ике йөрәк алдынан һәм ҡарынсыҡтан тора. Әммә ҡарынсыҡтарының өҫкә һәм аҫҡа өлөштәргә айырыусы тулы булмаған бүлгеһе бар.
Йөрәктең бындай төҙөлөшө арҡаһында тулы булмаған бүлге эргәһендәге арауыҡта ҡан составындағы кислород микдары буйынса айырма (градиент) килеп сыға.
Йөрәк алдары ҡыҫҡарғандан һуң һул йөрәк алдынан артерияль ҡан ҡарынсыҡтың өҫкө яртыһына инә һәм уң йөрәк алдынан килгән веноз ҡанды аҫҡы яртыһына күсерә. Ҡарынсыҡтың уң өлөшөндә ҡатнаш ҡан булып сыға.
Ҡарынсыҡ ҡыҫҡарыу менән ҡандың һәр өлөшө яҡындағы тишеккә ағыла: өҫкө яртыһынан аортаның уң дуғаһына— артериаль ҡан, аҫҡы яртыһынан үпкә артерияһына — веноз ҡан, шулай уҡ уң өлөшөнән һул аортик дуғаһына — ҡатнаш ҡан . Нәҡ аортаның уң дуғаһы баш мейеһенә ҡан ташығанлыҡтан, баш мейеһе иң кислородлы ҡан менән тәьмин ителә.
Архозаврҙар булараҡ, крокодилдар дүрт камералы йөрәккә эйә.Йөрәктәрендә ҡарынсыҡты тулыһынса ике яртыға айырыусы бүлге бар: уң яғында — веноз һәм һулда — артериаль ҡан, Шулай итеп, һөтимәрҙәрҙәге һәм ҡоштарҙағы кеүек йөрәктәре дүрт камералы. Крокодилдарҙа эмбриогенез ваҡытында тулы бүленеш барлыҡҡа килгәндән һуң Панница тишеге барлыҡҡа килә .Был артерия менән веноз ҡандың күпмелер дәрәжәлә ҡушылыуына килтерә. Һөҙөмтәлә был хайуандар төркөмөндә матдәләр алмашыныу кимәленең икенсел кәмеүенә килтерә.
Амфибияларҙың дөйөм артерия олононан айырмалы рәүештә, һөйрәлеүселәрҙең үҙ -аллы өс ҡан тамыры бар: үпкә артерияһы, уң һәм һул аортик аорталар. Һәр аорта дуғаһы аш юлы тирәләй артҡа бөгөлә, һәм улар бергә йыйылғас, парһыҙ арҡа аортаһына ҡушыла.
Арҡа аортаһынан кәүҙә буйлап һуҙылған юлында бөтә ағзаларға ла артериялар айырылып китә. Йөрәктең һул артериаль ҡанлы ҡарынсыҡ өлөшөнән сыҡҡан уң аорта дуғаһынан дөйөм олон менән уң һәм һул йоҡо тармаҡлана. Шулай уҡ уң аорта дуғаһынан алғы ослоҡтарға ике ҡулбаш аҫты артерияһы айырылып китә.
Һөйрәлеүселәрҙә ҡан әйләнеше түңәрәктәренең тулыһынса бүленеүе килеп сыҡмай. Сөнки арҡа аортаһында веноз һәм артериаль ҡан ҡатнашмаһы барлыҡҡа килә.
Балыҡтар һәм амфибиялар кеүек үк, хәҙерге һөйрәлеүселәрҙең күпселеген һалҡын ҡанлы хайуандар тәшкил итә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, күп кенә һөйрәлеүселәр температураны күләгәнән ҡояшҡа һәм кирегә күсеү, йә төҫөн үҙгәртеү, йылыны һаҡлау өсөн тән япмаһының —ҡараңғыраҡ , йәки һыуыныу өсөн яҡтыраҡ төҫ алыуын көйләй ала.
Аш һеңдереү системаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Аш һеңдереү тракты аҙыҡтың төрлөлөнә бәйле. Һөйрәлеүселәрҙең аш һеңдереү тракты амфибияларға ҡарағанда күпкә махсуслашҡан.
Аш һеңдереү системаһы, яңаҡтарына конус формаһындағы тештәре ҡушлылып үҫкән ауыҙ ҡыуышлығынан ҡыуышлығынан башлана (гомодонтик система). Һөйрәлеүселәрҙең, крокодилдарҙан һәм күпселек ташбаҡаларҙан башҡаларында хәрәкәтһеҙ беркетелгән, әммә һығылмалы ирендәре бар.
Улар тыныс торғанда ауыҙҙарын һәм тештәрен ҡымтып тора. Һөйрәлеүселәрҙең тештәре сәйнәү өсөн тәғәйенләнмәгән — улар аҙыҡты эләктереү һәм тотоу өсөн, һирәгерәк — уны ҡайырып алыу йәки уңайлы ҙурлыҡтағы киҫәктәргә бхлеп алыу өсөн хеҙмәт итә. Моллюскылар һәм бөжәктәр менән туҡланыусы төрҙәрҙә, тештәр был хайуандарҙың ҡаты япмаларын ваҡлау өсөн яраҡлаштырыла. Ризыҡты һәр ваҡыт тиерлек бөтөнләй тоташ килеш йоталар.
Телдәре ирекле, алғы осо мускуллы, хәрәкәтсән, осона ҡарай нәҙегәйә һәм ике сатлана. Ҡайһы бер төрҙәрҙә телдәре лайлалы, был табыштарын тотоу өсөн ярҙам итә торған яйланма. Тел ашамлыҡты йотоу өсөн хеҙмәт итә. Әммә нәҙек, оҙон телле төрҙәр, аҙыҡтарын башын һелкеп (кеҫәрткеһен) йә яңаҡтарының (йыланын) хәрәкәте менән этәреп йота.
Кеҫәрткеләрҙә һәм ташбаҡаларҙа ауыҙ ҡыуышлығын йотҡолоҡтан айырып торған һөйәктән икенсел аңҡау була. Крокодилдарҙың тулыһынса үҫешкән һөйәкле аңҡауы бар. Әммә йыландарҙа һәм варандарҙа икенсел һөйәкле аңҡау юҡ.
Күп күҙәнәкле шайыҡ биҙҙәрендә аш һеңдереү ферменттары бар. Йотҡолоҡ тар, әммә бик һуҙылыусан аш юлына, артабан мускуллы ашҡаҙанға һәм эсәккә күсә. Ашҡаҙандың мускул стеналары ҡалын. Нәҙек һәм йыуан эсәк сигендә һуҡыр эсәктәре бар. Был ағза амфибияларҙа осрамай. Эре һөйрәлеүселәрҙең бауырында үт ҡыуығы бар. Ашҡаҙан аҫты биҙе бөйән элмәгендә ята. Эсәк клоака менән тамамлана.
Бүлеп сығарыу системаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һөйрәлеүселәрҙең бүлеп сығарыу системаһы бөйөрҙәрҙән, бәүел көпшәләренән һәм бәүел ҡыуығынан ғибәрәт.
Һөйрәлеүселәрҙең бөйөрө балыҡ һәм амфибия бөйөрөнән ( улар организмдағы һыуҙың даими артыуынан ҡотолоу мәсьәләһен хәл итергә тейеш) ныҡ айырыла. Амфибияларҙың кәүҙә (мезонефрос) бөйөрө урынына һөйрәлеүселәрҙең (метанефрос) таз бөйөрө клоаканың ҡорһаҡ яғынан һәм уның ян-яҡтарында урынлашҡан. Бөйөрҙәр клоакаға бәхел көпшәләре аша тоташа.
Йоҡа стеналы бәүел ҡыуығы клоакаға ҡорһаҡ (вентраль) яғынан йоҡа муйын менән тоташҡан. Ҡайһы бер һөйрәлеүселәрҙә бәүел ҡыуығы үҫешеп етмәгән (крокодилдар, йыландар, ҡайһы бер кеҫәрткеләр).
Шулай уҡ яңы экскретор органы — бөйөр барлыҡҡа килә.
Ҡоро ер һөйрәлеүселәрендә азот алмашыныуының һуңғы продукты булып бәүел кислотаһы тора.
Енес системаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һөйрәлеүселәр — айырым енесле хайуандар.
Ата заттарҙың репродуктив системаһы бил умыртҡаларының ян-яҡтарынан урынлашҡан бер пар орлоҡлоҡтарҙан тора. Һәр орлоҡлоҡтан вольф каналына илтә торған орлоҡ көпшәләре китә. Һөйрәлеүселәрҙә таз бөйөр барлыҡҡа килеү менән вольф каналы ата заттарҙа енес күҙәнәктәренә үткәргес ролен үтәй. Ә инә заттарҙа ул бөтөнләй юҡ.
Вольф каналы клоакаға асыла орлоҡ ҡыуыҡсаһын барлыҡҡа килтерә.
Инә заттарҙың репродуктив системаһы умыртҡалыҡтың ян-яҡтарынан, тән ҡыуышлығының дорсаль яғында
эс ярыһына эленгән йомортҡалыҡтарҙан ғибәрәт. Түл юлдары ла (Мюллер каналдары) эс ярыһында эленеп тора. Тән ҡыуышлығының алғы өлөшөндә түл юлдары тишектәр — буранкалар менән асыла. Түл юлдарының аҫҡы осо клоаканың дорсаль яғынан уның аҫҡы өлөшөнә асыла.
Классификация[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һөйрәлеүселәрҙең классификацияһында билдәһеҙлек күп, сөнки уларҙың күбеһе юҡҡа сыҡҡан.
Һөйрәлеүселәр класы (Reptilia)[7][8][9]
- † Аҫкласс Парарептилиялар (Parareptilia) — бәлки, диапсидтарҙың базаль төркөмөлер
- † Отряд Мезозаврҙар (Mesosauria)
- † Отряд Millerosauria
- † Отряд Проколофономорфтар (Procolophonomorpha)
- † Отряд Болозаврҙар (Bolosauria)
- Аҫкласс Диапсиды (Diapsida)
- Отряд Ареосцелидиялар (Araeoscelidia)
- Клада Неодиапсидтар(Neodiapsida)
- Отряд † Талаттозаврҙар] (Thalattosauria)
- Клада † Drepanosauromorpha
- Клада † Ichthyosauromorpha урыны бәхәсле
- Өҫотряд † Ихтиоптеригиялар (Ichthyopterygia)
- Отряд † Ихтиозаврҙар (Ichthyosauria)
- Өҫотряд † Ихтиоптеригиялар (Ichthyopterygia)
- Клада Завриялар(Sauria)
- incertae sedis
- Инфракласс Лепидозавроморфтар (Lepidosauromorpha)
- Өҫотряд Лепидозаврҙар (Lepidosauria)
- Отряд Суҡышбаштар (Rhynchocephalia)
- Отряд Тәңкәлеләр (Squamata)
- Өҫотряд Лепидозаврҙар (Lepidosauria)
- Инфракласс Архозавроморфтар (Archosauromorpha s. l.)[11] [ ≈ Archelosauria[12][13]]
- Клада Тестудинаттар (Testudinata)
- Отряд Гөбөргәйелдәр(Testudines)
- Клада Архозавроморфы (Archosauromorpha s. s.)[14]
- Клада Crocopoda[15]
- Клада † Allokotosauria[16][17]
- Отряд † Ринхозаврҙар (Rhynchosauria)
- Клада Архозавриформдар (Archosauriformes)
- Отряд † Фитозаврҙар (Phytosauria)[18][19]
- Клада Архозаврҙар(Archosauria)
- Клада Псевдозухиялар (Pseudosuchia)
- Отряд † Этозаврыҙар (Crocodylomorpha)
- Отряд Крокодилдар (Crocodilia)
- Отряд † Этозаврыҙар (Crocodylomorpha)
- Клада Авеметатарзалиялар (Avemetatarsalia)[20]
- Клада † Aphanosauria
- Клада Орнитодирҙар (Ornithodira)
- Отряд † Птерозаврҙар (Pterosauria)
- Өҫотряд Динозаврҙар (Dinosauria)
- Отряд Кеҫәрткетазлылар (Saurischia)
- Отряд † Ҡоштазлылар (Ornithischia)
- Клада Псевдозухиялар (Pseudosuchia)
- Клада Crocopoda[15]
- Клада Тестудинаттар (Testudinata)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәхимов И.И., Ибраһимова К.К., Татарстанның үсемлекләр һәм хайваннар дөньясы. Казан, Мәгариф, 2007. 2012 йылдың 27 апрель көнөндә архивланған.
- «Хайваннар дөньясы : Балыклар. Җир-су хайваннары. сөйрә лү-Х11 челәр / [серия авт. һәм авт.-төз. Т. шакирова ; рәссамы а. Тимер-галина]. — Казан : Татар. кит. нәшр., 2011. — 95 б. : рәс. б-н. — («Табигатькә сәяхәт» сериясе). ISBN 978-5-298-02124-1
- ↑ The Reptile Database
- ↑ Высшие таксоны животных: данные о числе видов для России и всего мира
- ↑ См. также Список пресмыкающихся России
- ↑ Кэрролл Р. . Палеонтология и эволюция позвоночных: В 3 т. Т. 2. — М.: Мир, 1993. — 283 с. — ISBN 5-03-001819-0.
- ↑ G. J. W. Webb, D. F. Bradford, R. S. Seymour, A. F. Bennett. Mass-Dependence of Anaerobic Metabolism and Acid-Base Disturbance During Activity in the Salt-Water Crocodile, Crocodylus Porosus (инг.) // The Journal of Experimental Biology. — The Company of Biologists (инг.)баш., 1985-09-01. — Vol. 118, iss. 1. — P. 161—171. — ISSN 0022-0949&f=1003&t=1&v1=&f=4&t=2&v2=&f=21&t=3&v3=&f=1016&t=3&v4=&f=1016&t=3&v5=&bf=4&b=&d=0&ys=&ye=&lng=&ft=&mt=&dt=&vol=&pt=&iss=&ps=&pe=&tr=&tro=&cc=UNION&i=1&v=tagged&s=0&ss=0&st=0&i18n=ru&rlf=&psz=20&bs=20&ce=hJfuypee8JzzufeGmImYYIpZKRJeeOeeWGJIZRrRRrdmtdeee88NJJJJpeeefTJ3peKJJ3UWWPtzzzzzzzzzzzzzzzzzbzzvzzpy5zzjzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzztzzzzzzzbzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzvzzzzzzyeyTjkDnyHzTuueKZePz9decyzzLzzzL*.c8.NzrGJJvufeeeeeJheeyzjeeeeJh*peeeeKJJJJJJJJJJmjHvOJJJJJJJJJfeeeieeeeSJJJJJSJJJ3TeIJJJJ3..E.UEAcyhxD.eeeeeuzzzLJJJJ5.e8JJJheeeeeeeeeeeeyeeK3JJJJJJJJ*s7defeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeSJJJJJJJJZIJJzzz1..6LJJJJJJtJJZ4....EK*&debug=false 1477-9145, 0022-0949.
- ↑ Seymour, Roger S.; Smith, Sarah L; White, Craig R.; Henderson, Donald M.; Schwarz-Wings, Daniela (2012). «Blood flow to long bones indicates activity metabolism in mammals, reptiles and dinosaurs». Proceedings of the Royal Society B. 279(1728): 451—456. doi:10.1098/rspb.2011.0968. PMC 3234558 . PMID 21733896.
- ↑ Benton M. J.ruen, Spencer P. S. Fossil Reptiles of Great Britain (инг.). — Chapman & Hall, 1995. — P. 8. — 386 p. — ISBN 978-94-010-4231-4. — ISBN 978-94-011-0519-4.
- ↑ Benton M. J. Vertebrate palaeontologyruen (инг.). — 4th ed. — Wiley-Blackwell, 2015. — P. 437. — 437—441 p. — ISBN 978-1-118-40755-4. — ISBN 978-1-118-40684-7.
- ↑ Sues H.-D.ruen. The Rise of Reptiles: 320 Million Years of Evolution (инг.). — Baltimore: Johns Hopkins University Pressruen, 2019. — P. ix—xi. — 385 p. — ISBN 9781421428680. — ISBN 1421428687.
- ↑ 10,0 10,1 Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
билдәһе дөрөҫ түгел;lee2013
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Gauthier J. A., Kluge A. G., Rowe T. B. Amniote Phylogeny and the Importance of Fossils (инг.) // Cladisticsruen : journal. — 1988. — Vol. 4, iss. 2. — P. 105—209. — ISSN 1096-0031. — DOI:10.1111/j.1096-0031.1988.tb00514.x.
- ↑ Crawford N. G., Parham J. F., Sellas A. B., et al. A phylogenomic analysis of turtles (инг.) // Molecular Phylogenetics and Evolution : journal. — 2015. — Vol. 83. — P. 250—257. — ISSN 1055-7903. — DOI:10.1016/j.ympev.2014.10.021.
- ↑ Joyce W. G., Anquetin J., Cadena E.-A., et al. A nomenclature for fossil and living turtles using phylogenetically defined clade names (инг.) // Swiss Journal of Palaeontology. — 2021. — Vol. 140, iss. 1. — P. 5. — ISSN 1664-2384. — DOI:10.1186/s13358-020-00211-x.
- ↑ de Queiroz, Cantino & Gauthier, 2020, Archosauromorpha F. von Huene 1946 [J. A. Gauthier], converted clade name, pp. 1179—1182
- ↑ Spiekman S. N. F., Fraser N. C., Scheyer T. M. A new phylogenetic hypothesis of Tanystropheidae (Diapsida, Archosauromorpha) and other “protorosaurs”, and its implications for the early evolution of stem archosaurs (инг.) // PeerJruen : journal. — 2021. — Vol. 9. — P. e11143. — ISSN 2167-8359. — DOI:10.7717/peerj.11143. — PMID 33986981.
- ↑ Nesbitt S. J., Flynn J. J., Pritchard A. C., Parrish M. J., Ranivoharimanana L., Wyss A. R. Postcranial osteology of Azendohsaurus madagaskarensis (?Middle to Upper Triassic, Isalo Group, Madagascar) and its systematic position among stem archosaur reptiles (инг.) // Bulletin of the American Museum of Natural Historyruen : journal. — 2015. — Vol. 398. — P. 1—126. — ISSN 0003-0090. — DOI:10.5531/sd.sp.15.
- ↑ Sengupta S., Ezcurra M. D., Bandyopadhyay S. A new horned and long-necked herbivorous stem-archosaur from the Middle Triassic of India (инг.) // Scientific Reportsruen : journal. — 2017. — Vol. 7, iss. 1. — P. 8366. — ISSN 2045-2322. — DOI:10.1038/s41598-017-08658-8.
- ↑ Nesbitt S. J. The early evolution of archosaurs: relationships and the origin of major clades (инг.) // Bulletin of the American Museum of Natural History : journal. — 2011. — Vol. 352. — P. 1—292. — ISSN 0003-0090. — DOI:10.1206/352.1.
- ↑ Marsh A. D., Smith M. E., Parker W. G., Irmis R. B., Kligman B. T. Skeletal anatomy of Acaenasuchus geoffreyi Long and Murry, 1995 (Archosauria: Pseudosuchia) and its implications for the origin of the aetosaurian carapace (инг.) // Journal of Vertebrate Paleontology. — 2020. — Vol. 40, iss. 4. — P. e1794885. — ISSN 0272-4634. — DOI:10.1080/02724634.2020.1794885.
- ↑ Nesbitt S. J., Butler R. J., Ezcurra M. D., et al. The earliest bird-line archosaurs and the assembly of the dinosaur body plan (инг.) // Nature : journal. — 2017. — Vol. 544, iss. 7651. — P. 484—487. — ISSN 1476-4687. — DOI:10.1038/nature22037.