Һөйәрсәк тауы
Һөйәрсәк (рус. Хоярсак) — Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярындағы тау, Юлдаш ауылы янынан аҡҡан Юрғаш йылғаһының уң яҡ ярында, Кинйәкәй һәм Юлдаш ауылдары араһында урынлашҡан [1]. Башҡортостан Республикаһы Ишембай районында урынлашҡан.
Тауҙың бейеклеге 360 м. Тауҙа ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар юҡ. Тау бик текә.Тау ҡомташ улырмалары, алевролит, рифей һәүерташтарынан тора[1].
Унан алыҫ түгел Ҡолан тауы (325,9 м.), Ҡыҙыл таш (424 м.), Талы (382 м.), Ергәнтау (376 м.), Баш-Алатау һырты (367 м.), Чубарецкая тауы (354 м.), Һарытау (278 м.) урынлашҡан.
Тау итәге элек бер- береһен яратып йөрөгән йәштәр йәшерен осраша торған урын булған имеш,шунлыҡтан халыҡ тауҙы Һөйәрсәк тип атап йөрөткән.
Тауҙы был тирәләге ауыл башҡорттары Ҡыҙҙар тауы тип тә атай.
Туризм
Үҫемлектәр донъяһы
Һөйәрсәк тауында Ҡыҙыл китапҡа индерелгән ҡылған, ер еләге, һары һәм күк умырзая үҫә.
Әҙәбиәт
- Юлдаш, деревня // Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 619. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Юлдаш, деревня // Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 619. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.