Әд-Дәрғиә

Әд-Дәрғиә (ғәр. الدرعية‎, рус. Эд-Диръи́я) — Сәғүд Ғәрәбстанындағы ҡала,Әр-Риядтың көнбайыш биҫтәһе. Әр-Рияд провинцияһында ошо уҡ исемдәге мөхәфаҙа үҙәге.

Тасуирламаһы

Сәғүд Ғәрәбстанының идара итеүсе династияһы — Сәғүдиҙәр килеп сығыуы менән билдәле. 1744—1818 йылдарҙа Әд-Дәрғиә Беренсе Сәғүд дәүләтенең баш ҡалаһы була.

Халҡы 2004 йыл мәғлүмәттәре буйынса — 33 213 кеше.

2010 йылдың 31 июлендә Әд-Дәрғиәнең үҙәк районы — Әт-Түрәйф (ғәр. الطريف‎) ЮНЕСКО тарафынан Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән[2].