Әл-Ғәдид Ли-Диниллаһ
Әбү Мөхәммәт Ғабдуллаһ ибн Йософ әл-Ғәдид Ли-Диниллаһ, әл-Ғәдид Ли-Диниллаһ (ғәр. العاضد لدين الله) булараҡ билдәле; рус. Аль-Адид Лидиниллах) — Фатимиҙар хәлифәлегенең һуңғы хәлифәһе.
Тарихы
Әл-Ғәдид Ли-Диниллаһ 1160—1171 йылдарҙа идара иткән. Уның вафатынан һуң 1171 йылда Фатимиҙар империяһы тарҡала, ә уның урынында яңы мосолман сөнни дәүләте — күренекле Солтан Сәләх әд-Дин Йософ ибн Әйүп әл-Әйүби нигеҙ һалған Әйүбиҙәр солтанлығы барлыҡҡа килә.
Биографияһы
Әл-Ғәдид үҙенең кесе йәштәге ағаһы Әл-Фәйез вафат булғандан һуң 1160 йылда хәлифә тип иғлан ителгән, үҙенә лә 11 йәштәр тирәһе булған. Был ваҡытта Фатимиҙар династияһының йоғонтоһо шул тиклем көсһөҙ була, хатта тәре йөрөтөүселәр Мысырға һөжүм башлай.
Шевар ибн Мөжир, Сүриә әмире Нур әд-Дин Мәхмүт вәкиле, әл-Ғәдид һарайында вәзир вазифаһына өлгәшә (1163—1169) һәм дәүләттең ғәмәлдәге хакимы була һәм Сүриә ғәскәренә таянып, илде хаостан һаҡлап ҡала. Мысырҙың именлеге Нур әд-Дин кәрәк булғанда Шеварға Ширкүх етәкселегендәге Сүриә ғәскәрҙәрен бирә алыуы менән тәьмин ителгән.
Әммә, ахыр сиктә, Ширкүх Шеварҙы үлтерә һәм 1169 йылда уның урынын биләй, ә Ширкүх үлгәндән һуң, уның туғаны Сәләх әд-Дин Мысыр вәзире була.
Әйүбиҙәр династияһы барлыҡҡа килеү
Әл-Ғәдид билдәһеҙ шарттарҙа 1171 йылда вафат булғас, Сәләх әд-Дин тәхеткә уның вариҫтарының береһен дә ултыртмай, ә мәлик титулы алып, үҙаллы идара итә башлай һәм Әйүбиҙәр династияһына нигеҙ һала (1171—1260).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Семёнова Л. А. Из истории фатимидского Египта. Очерки и материалы. — М.: Издательство «Наука», 1974. — 264 с.
- Malcolm Barber. The New Knighthood: A History of the Order of the Temple. — Cambridge University Press, 1994. — ISBN 0-521-42041-5.
- Babcock, Emily Atwater; Krey, A. C.; William of Tyre. Book XIX, chapter 18 // A history of deeds done beyond the sea. — Columbia University Press, 1943.