Әмирханова Лилия Риф ҡыҙы
Әмирханова Лилия Риф ҡыҙы (18 июнь 1960 йыл, Өфө ҡалаһы) — инженер-системотехник, ғалим, педагог. Иҡтисад фәндәре докторы (2007), профессор (2007).
Биографияһы
Лилия Риф ҡыҙы Әмирханова 1960 йылдың 18 июнендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1982 йылда Өфө дәүләт авиация институтын тамамлай. Шул уҡ йылдан Өфө авиация институтында эшләй: автоматлаштырылған идара итеү системалары кафедраһы инженеры, техник кибернетика кафедраһының кесе ғилми хеҙмәткәре, аспирант, өлкән уҡытыусы, иҡтисад һәм производство менән идара итеү кафедраһы доценты, доцент, социаль-иҡтисади системаларҙа идара итеү кафедраһы профессоры[1]. 2006 йылда «Экономико-математические методы исследования устойчивости и экономичности производства» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының менеджмент кафедраһы профессоры[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
Идаралыҡтың ойоштороу структураһын камиллаштырыу өлкәһендә белгес. Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — предприятиелар менән идара итеү системаһының ойоштороу структураһын проектлау алымдарын эшләү, прогнозлау ысулдарын эшләү. 180-дән ашыу ғилми хеҙмәт баҫтырып сығарған. Ғилми хеҙмәттәре предприятиелар эшмәкәрлегенең иҡтисади күрһәткестәрен прогнозлау ысулдарын, ресурстарҙы һөҙөмтәле файҙаланыу моделдәрен эшләүгә арналған. 2 иҡтисад фәндәре кандидаты әҙерләгән[1].
Хеҙмәттәре
— Активные формы обучения : Учебно-методич. пособие : Для студентов всех спец. ун-та, преподавателей, науч. сотрудников, аспирантов. Өфө, 1997 (авторҙаш)
— Обеспечение устойчивости и экономичности производственной деятельности предприятия. М., 2005;
— Современный инструментарий оценки конкурентоспособности вуза на основе процессно-ориентированного подхода: Монография. Өфө, 2015 (авторҙаш)[3].
— Об одном подходе к оптимизации количества предприятий в составе холдинга // Вестник Уфимского государственного авиационного технического университета. — 2005. — Т. 6, № 2. Амирханова Лилия Рифовна.
— Оптимизация структуры капитала компании. Амирханова Лилия Рифовна. Өфө, 2017[4]
Һылтанмалар
- УГАТУ(недоступная ссылка)
- Әмирханова Лилия Риф ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Амирханова Лилия Рифовна
- НЭБ
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 УГАТУ(недоступная ссылка)
- ↑ Амирханова Лилия Рифовна
- ↑ Әмирханова Лилия Риф ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ НЭБ