Әрмет ауыл советы

Әрмет ауыл советы — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы муниципаль берәмек.

Тарихы

undefined

XVIII быуат уртаһынан алып, Әрмет түбәһе Юрматы волосы составында була.

Әрмет ауыл советы 1919 йылда булдырыла[2].

Бөйөк Ватан һуғышында бынан 493 кеше ҡатнашҡан, 147 кеше тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтҡан.

«Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһында» законы буйынса ауыл биләмәһе статусына эйә[3].

Халҡы

Халҡы иҫәбе
2002[4]2009[4]2010[5]2012[6]2013[7]2014[8]2015[9]
12881221972945907872838
2016[10]2017[1]
807780

Ауыл советы составы

Населённый пунктТип населённого пунктаНаселение
1Нижнеарметовосело, административный центрОшибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).
2Верхнеарметоводеревня382[5]

Совет осоронда хәҙер юҡҡа сыҡҡан Сәфәртуй, Божорйорт (божор — ҡор), Күкбүре һәм Әрметбаш утарҙары уның составында булған.

Инфраструктураһы

Административ үҙәге — Түбәнге Әрмет ауылы[3].Адресы: Ибраһим Ғиззәтуллин урамы, 84б , Ишембай районы Әрмет ауыл советының ауыл биләмәһе хакимиәте[11]:

  • Хакимиәт башлығы: Исхаҡова Зәйтүнә Һибәтулла ҡыҙы
  • Хакимиәттең эштәр башҡарыусыһы: Шәһиева Тәнзилә Тажи ҡыҙы

Уҡыу йорттары: мәктәпкәсә (Түбәнге Әрмет мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы), мәктәптәр — Түбәнге Әрмет ауылы урта мәктәбе (МОБУ СОШ) һәм Үрге Әрмет тулы булмаған мәктәбе (Түбәнге Әрмет урта мәктәбе филиалы).

Әрмет ауыл советында Үрге Әрмет һәм Түбәнге Әрмет фельдшер — акушер пункттары, Түбәнге һәм Үрге Әрмет ауыл мәҙәниәт йорттары, Түбәнге һәм Үрге Әрмет ауыл китапханалары, Түбәнге Әрмет ауылында янғын һүндереү һағы, АТС,элемтә бүлеге, 6 крәҫтиән-фермер хужалығы эшләй.

2009 йылда «Ихлас» мәсете асылған.

Ауыл советы биләмәһендә йәшәүсе халыҡ һанының һуңғы йылдарҙа кәмеүе күҙәтелә.

2009 йылғы ауыл советы бюджеты: килем — 2 622 227 һум, сығымдар — 2 605 585 һум.

Билдәле кешеләр

  • Ғиззәтуллин Ибраһим Ғәзизулла улы (1918—1992) — күренекле яҙыусы, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды. III дәрәжә Дан (1943), I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1985) ордендары, хәрби миҙалдар менән наградланған, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1968).Түбәнге Әрмет.
  • Ноғоманов Дәйләғи Сирай улы (1922—1944) — офицер, танкист, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Советтар Союзы Геройы.
  • Булатова Фәниә Дәриғәт ҡыҙы (1928—1997) — медицина фәндәре докторы (1984), профессор, Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы (1966 йылдан).
  • Гәрәев Әмир Сәлимгәрәй улы - ( 1928й.)1953-1970 йылдарҙа "Совет Башҡортостаны"гәзитенең баш редакторы, Башҡортостан китап нәшриәте директоры, "Ағиҙел" журналының яуаплы секретары,«Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнгән. Түбәнге Әрмет ауылынан.
  • Зөбәйҙуллин Хисбулла Ғүмәр улы - (1929 й.) Башҡорт АССР-ы дәүләт бейеү ансамбленең данлыҡлы бейеүсеһе, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (31 июль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2017. Архивировано 31 июль 2017 года.
  2. Ишимбайская энциклопедия, 2015, с. 74
  3. 1 2 Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
  4. 1 2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  5. 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  6. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2014. Архивировано 16 май 2013 года.
  7. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2013. Архивировано 12 октябрь 2013 года.
  8. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2014. Архивировано 10 август 2014 года.
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
  10. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
  11. Администрация сельского поселения Арметовский сельсовет муниципального района Ишимбайский район(недоступная ссылка)

Әҙәбиәт