Әфлисун һуты

Әфлисун, апельсин һуты — әфлисундан әҙерләнгән эсемлек. Әфлисун һуты һаулыҡҡа файҙаһы менән билдәле, өлөшләтә С витамины күп булыуы менән бәйле. Әфлисундың төрлө сорттарына ҡарап һут төрлө төҫкә һәм тәмгә эйә. Шулай уҡ емеш етештереү һәм эшкәртеү ысулдарына ҡарап әфлисун һуты төрҙәре айырыла.

Һаулыҡ өсөн

Бер стакан яңы өҙөлгән апельсин һутының ауырлығы 248 грамм һәм составында 124 мг С витамины бар — тәҡдим ителгән көндәлек норманан күберәк[1]. Составында 20,8 грамм шәкәр бар һәм энергетик ҡиммәте 112 калориялы. Шулай уҡ калий, тиамин һәм фолий кислотаһы бар Цитрус һуты составында һаулыҡ өсөн файҙалы булырлыҡ флавоноидтар бар. Әфлисун һуты шулай уҡ гесперидин антиоксиданты сығанағы булып тора. Лимон кислотаһы миҡдары арҡаһында апельсин һуты әсерәк, типик рН 3,5 тирәһе[2].

undefined

Етештереү

2000 йылда донъяла әфлисун һутын етештереү 2,1 млн тонна тәшкил итә. Иң күп һут АҠШ-та һәм Бразилияла етештерелә [3].

Иҫкәрмә

  1. Nutrition Facts and Analysis for Orange juice, raw. Nutritiondata.self.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2012. Архивировано 25 березня 2014 года.
  2. Acids. British Soft Drinks Association. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 сентябрь 2006. Архивировано 26 август 2006 года.
  3. О мировом производстве апельсинового сока за последние три года, Отраслевой обзор "Соки и безалкогольные напитки", РосБизнесКонсалтинг. 27 ғинуар 2014 тикшерелгән.

Категориялар