Әғлуллин Илдар Рәүеф улы
Биографияһы
1959 йылдың 23 ғинуарында Татар АССР-ының Быуа районы Черки-Гришино ауылында тыуған.
1976 йылда Ҡазан дәүләт медицина институтының дауалау факультетына уҡырға инә. 1982 йылда ошо уҡыу йортон тамамлай.
Диплом алғас, Ҡазанда Республика онкология үҙәгендә «Онкология» һөнәре буйынса клиник стажировка үтә[1]. 1983 йылда интернатураны тамамлағас, ошо диспансерҙа хирург булып эшләй башлай. 1988 йылда абдоминаль хирургия бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә[2].
1996 йылда Ҡазан дәүләт медицина университетында уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген башлай.
1999 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
100-ҙән ашыу ғилми эш, шул иҫәптән ашҡаҙан-эсәк юлы, кесе янбаш, бауыр, панкреатодуоденаль зонаһы яман шешен хирургик дауалау буйынса хеҙмәттәр яҙған. Уйлап табыуҙарға 10 патент ала[1].
Уның тарафынан аяҡ-ҡулдарҙың төп магистраль тамырҙарын протезлау методикаһы индерелә. Шулай уҡ тире-мускул пластик операцияһы, яңы медицина технологияларын ҡулланып, бауырға операция методикаһын эшләй, һөйәк-мускул пластик операцияһы алымын киң ҡуллана[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Татарстан Республикаһының атҡаҙанған табибы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы[4]
Ғилми хеҙмәттәре
- Панкреатодуоденальная резекция в онкологической практике. М., 1995.
- Эвисцерация и одномоментная пластика тазовых органов при хирургическом лечении местно-распространённого рака. Казань, 1999[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Аглуллин Ильдар Рауфович
- ↑ Аглуллин Ильдар Рауфович
- ↑ Аглуллин Ильдар Рауфович
- ↑ Аглуллин Ильдар Рауфович
Һылтанмалар
- Ильдар Аглуллин: «У хирургического стола мне интереснее, чем за письменным» 2019 йылдың 27 ғинуар көнөндә архивланған.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |